Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
14 Февраль , 01:05

Нахаҡ...

Нахаҡ... Тораһың ни хаҡ?...Йоҡоһоҙ төндәр,Күҙ йәшле мендәр,Үҙеңде талау.Ғәйеплегә һанау...

Нахаҡ...Нахаҡ...
Нахаҡ...

Тораһың ни хаҡ?
...Йоҡоһоҙ төндәр,
Күҙ йәшле мендәр,
Үҙеңде талау.
Ғәйеплегә һанау...

Нахаҡ...
Түләнә ни хаҡ?
...Яралы йөрәк,
Һин кемгә кәрәк?
Һыҡтау, төңөлөү,
Өмөт өҙөлөү...

Ә шулай ҙа...
Сәм алам һинән,
Тәүбәгә киләм!
Үҙемә арта
Талабым.Ҡата
Күңелем генә,
Йоҡоһоҙ йәнә...

Мәҙинә Йәғәфәрова.

Автор:
Читайте нас