

Ҡыш әле китмәгән,
Яҙ килеп етмәгән,
Шундай аңлайышһыҙ бер миҙгел.
Ҡарауҙары ситен,
Ҡайындарҙың битен
Тут ҡаплаған булып һор тимгел.
Гүйә, күс уҡмашҡан,
Болотҡа тоташҡан,
Өйөрмә туҙҙыра аҡ ҡарҙы.
Ерҙе тулғаҡ тота,
Ут-ғазаптар йота,
Тыуҙыралмай ғына саф яҙҙы.
Хәс йөклө ҡатындай
Асырғанып тулай,
Булырмы был михнәт аҙағы?
Ышанам, ҡыш китер,
Шат көлөп яҙ килер,
Онотолор татлы ғазабы.
Мәҙинә Йәғәфәрова.