

Һин саҡыр мине киске аулаҡта,
Донъя тын ҡалғас, уттар һүнгәндә.
Мәшәҡәттәрҙән арыған йәнгә
Күптән теләгән тынлыҡ килгәндә.
Һин саҡыр мине төнгө тынлыҡта,
Күктә йондоҙҙар баҙрап янғанда.
Көтөп ала күр, көнөмдө төнгә
Ялғап йүгереп һуңға ҡалһам да.
Һин саҡыр мине иҙерәгәндә
Татлы йоҡола, уят, йәлләмә.
Ысыҡтар кисеп таң ҡаршыларға,
Ҡояш нурынан үреп гөлләмә.
...Шау-шыуҙан ҡасып, һил минуттарҙа
Ҡулыма алам ҡәләм остоғон.
Күңелем тулған йырға-моңдарға,
Һин саҡыр мине, илһам ҡошсоғом!
Мәҙинә Йәғәфәрова.