

...Былтыр шулай яңы йыл алдынан, урмансылар балаларына ауыл халҡынан айырым шыршы байрамы үткәрергә булып китте. Эштән ҡайтышлай, юл буйынан иң матур шыршыны һайлап алып, кискә тиклем шартына килештереп биҙәп тә ҡуйҙылар.Профком ойошмаһына ингән бер нисә егет байрам кисәһенә уйындар әҙерләне, бүләктәр алды, күстәнәскә төргәк-төргәк тәмлекәстәр тултырҙы.Эш тамамланһа ла, бер кемдең дә тиҙ генә ҡайтып киткеһе килмәне.Әллә етеп килгән байрам кәйефе күстеме, әллә эстәре “ҡортлап” киткәнме, тиҙ генә күмәкләшеп бәләкәй генә табын ҡороп ебәрҙеләр.Бәләкәй генә тиһәләр ҙә, тиҙҙән уныһы һәр саҡтағыса ҙурға олғашты ла китте...Күмәк кешегә бер литр нимәгә етә инде, табынды бер-икене өйөрөлтөп сығыуға, шешәләрҙең төбө лә ялтыраны.Араларынан иң өлкәне булған Йәмил ағай:”Ҡуй, егеттәр, бөгөнгә етеп торор, әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ.Иртәгә былай ҙа ҡатындар менән күмәкләп байрам табынына ултырабыҙ ҙа һуң”, - тип өндәшеп ҡараһа ла, бер ҡыҙып алғас ни, ҡалғандарының ҡыбырлағыһы килмәне. Ҡайҙан араҡы табып мәжлесте дауам итергә белмәй ултыра торғас, Азат Сабирға бәйләнеп алып китте:
- Ну-ка, ҡустым, ағайыңдарға теге лесхоз байрамында алған грамотаңды йыуҙыр әле!..Әтеү сентябрҙан алып ҡасып тик йөрөйһөң...
- Эйе шул!
- Нисек иҫеңә төштө әле?
- Беҙ, ней, уны онотҡанбыҙ ҙа...
Ирҙәр бөтәһе бергә геүелдәшеп алып киттеләр.
- Әй, һеҙҙән ҡотолоп булмаҫ инде...Әллә ҡасанғы нәҫтәкәй ҡайҙан иҫегеҙгә төштө әле? Хәҙер апкиләм, саҡ ҡына ултырып тороғоҙ, - тип Сабир кейенеп урамға сығып китте.Уның артынан тотам да ҡалмай Заһит эйәрҙе.
- Ҡайҙан табабыҙ, әй?..Магазиндар бикле инде был мәлдә...
- Хәҙер...Һин машинала бит, әйҙә, тиҙ генә ҡабыҙ, елдертеп барабыҙ ҙа киләбеҙ.
- Ҡайҙа?
- Күрерһең...Тик бер ни ҙә өндәшмә, ҡыҫылмай тик тор...Ҡара уны, смотри, эште боҙһаң...
Заһит, бер ни аңламаһа ла, дуҫы артынан эйәрҙе.Оло урамды үтеп, тау яғына киткән тыҡрыҡҡа боролдолар.Дуҫтар аллы-артлы эйәртенешеп барып ингәндә, Филиә еңгәләре береһенән-береһе бәләкәй ике малайына шыршы байрамына кейем әҙерләй ине.
-Һаумы, еңгәй! Яҡынлашып килгән байрам менән үҙеңде!
-Һәй, үҙемдең еңгәм! Азат ағайым әллә һыуытҡыста ғына тотамы һине, еңгәй! Бер ҙә ҡартаймайһың...
- Эй, ошо ҡәйнештәрҙе!..Ҡартаймай ҡайҙа инде мынау хулигандар менән...Былары бигерәк тыйыуһыҙ, һынды ғына ҡатыралар, рәхмәт төшкөрҙәре...Теге икәүһен, игеҙәк булһа ла, үҫтереүе еңелерәк булған икән...
-Юҡсы, еңгәй, йәш ҡыҙҙарға биргеһеҙ әле һин, - тип Заһит Филиәнең һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ебәрҙе.Кемгә генә оҡшамаһын инде маҡтау һүҙҙәре.Ҡәйнештәренең ихлас әйткән һүҙҙәренә Филиә лә майҙай ирене, сикәләре алһыуланып, күҙҙәре йондоҙҙай янып китте.Сабир, был уңайлы мәлде ҡулланып, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып ҡалырға ашыҡты.
- Еңгәй, Азат ағайым ебәргәйне.Район үҙәгенән тикшереү килеп төштө, шуларҙы әҙерәк майларға кәрәк ине.Теге бер литрҙы сығарып бирергә ҡушты.
-Атаҡ-атаҡ, ништәп үҙе ҡайтманы һуң? Былай ҙа тамаҡҡа ултырмай көтөп торабыҙ, мынауҙар сыҙатмай ҙа баштаны... Юҡ минең бер нәмәм дә...
-Үҙе начальство менән инде.Йыл аҙағы икәнен беләң дә һуң, еңгәй, отчет-мотчет, тигәндәй...Һуң... теге баҙҙа ултырғанды әйтәм инде.Шуны бирергә ҡушҡайны ла...
Бер аҙ икеләнгәндәй баҫып торҙо ла, етди ҡиәфәт менән күҙенә тура ҡарап һөйләп торған егеткә тағы берҙе ҡарап алғас, Филиә баҙҙы асып аҫҡа төшөп китте.Унан әҙерәк башланған шешәне күтәреп сығырға торғанында, Сабир ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
- Һин нимә, еңгәй, начальство алдында беҙҙе оятҡа ҡалдырмаҡсы булаһыңмы?Тегеләрен сығар!..
Филиә, эстән генә ирен ороша-ороша, байрамға тип кенә әҙерләп ултыртҡан ике шешә араҡыһын сығарҙы.
-Еңгәй, Азат ағай закусканы офицерский итеп һалырға ҡушты! Штобы килгән ҡунаҡтар алдында оятҡа ҡалмаҫлыҡ булһын, тине...
Еңгәләре өтәләнеп йүгереп йөрөп, кискелеккә тип бешергән йылҡы итен йоҡа ғына итеп телемләп турап тәрилкәгә ҡупшы ғына теҙҙе, һыуытҡыстан тоҙланған ҡыяр, помидор, салат-фәләнен сығарҙы, күпереп бешкән өй икмәген һалды.Шунан барыһын да пакетҡа һалып егеттәргә тотторҙо.
- Ҡарағыҙ уны, ағағыҙға әйтегеҙ, оҙаҡламай ҡайтһын.Штубы ҡунаҡтарын оҙатыу менән ыңғай өйгә!..
- Ярар, еңгәй, әйтербеҙ, әйтербеҙ, - тип егеттәр шатыр-шотор сығып та киттеләр.Тышҡа сыҡҡас, Заһит сыҙай алмай, быуылып-быуылып көлдө, дуҫының зирәклегенә иҫе китеп баш сайҡаны.
- Араҡыһы бар икәнлеген ҡайҙан белдең, ҡорҙаш?
- Башыңды саҡ ҡына эштәт һуң...Байрам алдынан ҡатындарҙың запасы барыбер була, иртәгә Яңы йыл да һуң...
- Үәт, әй!..Ә баҙҙа икәнлеген нисек һиҙҙең?
- Белмәнем, былай ғына әйткәйнем...Минең ҡатын да запасын гел баҙҙа тота...Ҡатындар, ней, барыһы ла бер иш уйлай: как будта аҫҡа нығыраҡ йәшерәләр, ирҙәр унда төшөп эҙләнеп йөрөмәҫ, тиҙәр инде үҙҙәренсә...
Бер-береһенә ҡарап көлөштөләр ҙә күңелләнеп машинаға инеп ултырҙылар.Уларҙың килгәнен көтөп ир-ат контора алдында тәмәке көйрәтә-көйрәтә һаһылдашып гәп һата ине.Һөрлөгөшөп кире инеп ултырып табынды дауам иттеләр.Сабирҙың пакетты асып, өҫтәлгә аҙыҡ-түлекте йүнәтеп ҡуйыуы булды, бөтәһе лә: “Оһо-о-о-о! Булдырғаның бит”, - тип ҡуйҙылар.Ул иң беренсе рюмканы күҙекәйенән мөлдөрәмә тултырып Азатҡа тотторҙо: “Әйҙә, бик ҡызырыҡтай инең, һинән башлап ебәрәйек.Үҙеңдекеләй күреп эс!..” Заһит көлә-көлә эсен тотто, уның нимәгә көлгәнен белмәһә лә Азат та уға ҡушылды.
- Дә-ә-ә, егеттәр, һеҙҙең менән разведкаға барырға була!..
...Икенсе көнөнә башы шаңҡып килеп торған Азатты, хәлдең айышына саҡ төшөнөп алған ҡатыны, тетмәкәйен тетеп әрләне генә!.Бесталкауай ҡәйнешенә лә эләкте әр-битәр һүҙҙәре.
...Көн артынан көн үтте. Май байрамдарына тиклем сәсеү эштәрен тамамларға булып, урмансылар эште йәһәтләне.Бер-ике көнлөк эш ҡалды, тигәндә, ҡайтып барышлай ярты юлда тракторҙары боҙолдо ла ҡуйҙы.Ни хәл итәһең, биштәрҙәрен арҡаларына йөкмәп, ҡалған юлды тыптырлашып йәйәү дауам иттеләр.Тәүҙәрәк бөтәһе бергә ырамлы ғына атлай башлаһа ла, тора-бара йәштәр алғараҡ сығып китте, олораҡтар үҙ хәлдәрен самалап артта ҡалды. Аяҡ аҫты бысҡылдап ята, килеп тороп тайғаҡ. Унда-бында йыйылып ятҡан ирегән ҡар һыуҙарын урап үтергә тырышалар, шуға яҙғы бысраҡ юл апаруҡ ҡына хәлде алды. Ырамалы юл да үтеп ҡалманылар, шур арала күҙ бәйләнә башланы.Азат, арбанан төшкән ыңғайы уҡ, арҡаһындағы биштәренең нишләптер ярайһы уҡ һәлмәк икәнен самалағайны.Тора-бара уның ауырайғандан- ауырайыуын тойҙо, хатта ҡайыштары яурынын ҡырҡып ауырттыра башланы.Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, ауылға етәрәк бәләкәйерәк бер үрҙе төшкәндә, итеге тайып китеп, мәтәлләп барып төшмәһенме!
Ҡатыны өҫтө-башы батҡаҡҡа буялып ҡайтып ингән ирен күреп аптырап китте.”Байрам итеп ҡайтып киләме был?” – тип шикләнеп кенә ҡарап алды ла ап-айыҡ икәнлеген, тик йүнләп кәйефе булмағанын күреп, артыҡ һорау биреп торманы.Шым ғына сәйен шыжлатып ебәрҙе, өҫтәл тирәһен ҡарай башланы. Иренең өйгә ингәс тә ишек төбөнә ырғытҡан биштәрен күтәрәйем генә тигәйне, уның ауырлығына аптыраңҡырап кире ултыртты.
- Кит, был сама итеп нимә йөктәп ҡайттың?
Ире уға ҡашын емереп ҡараны:
- Урмандан нимә алып ҡайтҡан тейең?..
Ҡатыны биштәрҙе асып ҡарай башланы, унан һәр береһе ҡупшы итеп гәзиткә төрөлгән береһенән-береһе һәлмәгерәк таштар килтереп сығарҙы, ғәжәпләнеүҙән ҡаштары күтәрелеп китте.
- Мунса мейесенә һалырға алып ҡайттыңмы ни?.. Ыҙалап улайтып йөктәп йөрөп...Икәүләп ат менән барып алыр инек әле, бынауында яҡындараҡ та бар ул бындай таштар...Ҡыҙыл буйында туп-тулы!..
Азат йәне көйөүҙән тештәрен шығырлатты. Йә инде, нисәмә саҡрым буйы ошо таштарҙы йөкмәп йөрөһөнсе!.. Тамам шашты бит был малайҙар, ә!.. Юҡ, етәр, был ҡылыҡтарын яуапһыҙ ҡалдырырға ярамай ... Туҡта, ҡабат ағағыҙ менән шаярмаҫлыҡ итмәһәмме, исемем Азат булмаһын,.. - тип эстән генә ҡәһәтләнде ир.
...Әле бына ошоларҙың барыһын да башынан үткәреп, тәмәке артынан тәмәке тоҡандырҙы Азат.Дә-ә-ә-ә, кем уйлаған инде эштең былай боролоуон...Етмәһә, Сабир артынан ҡабаланып килеп сыҡҡан ҡатыны ла ярһып тетмәкәйен тетә генә.
- Ҡарт ишәк, шул бесталкауай малай ыңғайына юҡ-бар менән булышып!..Һаҡалың ағарғансы аҡыл ултырмаҫ инде!..Йә инде, ҡуй инде!..Хәҙер генә олатай булырға тораһың, балаларыңа үҙең кәңәш биреп ултыра торған сағыңда йөрө әле малай-шалай һымаҡ шаярып...
- Һаҡал ағарһа ла, йөрәк йәш әле, бисәкәй!
- Ярай, еңгәй, күршене бигүк бөтөрөп ташлама әле,- тип Сабир ҙа ағаһына ярҙамға ашыҡҡайны ла ярһып барған Филиә уға ла өлөш сығарҙы:
- Ә һиңә етәр инде, бесталкауай!.. Шаярам тигәс тә, шул тикдемде осонорға яраймы инде! Ана, хоҙай шулай тигеҙҙәп ҡуя бит барыбер!
Сабир еңгәһен ҡултыҡлап алды:
- Йә-йә, еңгәй, үҙемдә инде ғәйеп...Артыҡ самаһыҙ китте шул шаярыуҙар...Бына киленеңә нисек итеп аңлатырға инде шуны.
- Йә, ярар, үҙем кәк нибудтармын ,- тип йомшара төштө еңгәһе. -Һеҙ тәүбашта өйгә инмәй торорһоғоҙ инде. Беҙ үҙебеҙсә, бисәләрсә, һөйҙәшеп алырбыҙ...Ҡоҙағай ҙа мында булғас, оло кеше, аңдар, моғайын...Нишана, үәт, һин аны, ҡара, ҡара....Ҡартайған да тыртайған, йәштәр ыңғайына йөрөһөн әле ҡыйшандап...
Филиә һаман тыныслана алмай, һөйләнә-һөйләнә урам буйлап атланы, ирҙәр уның артынан эйәрҙе....
Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.