

- Туҡ-туҡ-туҡ!
- Азат, тор әле, тор, тием...
- М-м-м...
- Уян, тор әле! Ана, эт өрә, кемдер килгән, шикелле...Бар әле, бар, сыҡ...
- Теңкәмде ҡоротма, аттар йөрөйҙөр, шуға өрәлер... Тәмдәп кенә йоҡтап киткәйнем...
Ул арала шаҡ та шоҡ ҡапҡаны дөбөрҙәтә башланылар.Ир, тамам йоҡоһо ҡасып, теләр-теләмәҫ кенә тороп ултырҙы.Аҡтүштәре, бәйенән ысҡына яҙып, сылбырын тегеләй-былай шаптырлатып һөйрәп, донъя ҡуптарып өрә.
- Төн уртаһында ҡайһыныһы бимазалап йөрөй икән?.. Көн бөткәнме быларға, ә?...- тип һуҡрана-һуҡрана утты тоҡандырып кейенә башланы үҙе.Ҡатыны ла тороп тәҙрәгә ҡапланды, ҡараңғыла нимә күрәм, тиҙер инде.Ул арала теге кеше, сыҙамай тышҡы баҡсаға һикереп төштө лә, улар йоҡлап ятҡан тәҙрә янына килеп быялаға бармаҡтары менән сиртә башланы.
- Еңгәй, еңгәй, тим, ишетәһеңме?..Азат ағайҙы уят әле!..
- Атаҡ, теге бесталкауай ҙа һуң был...Бар, йәһәттәп сыҡ, моғайын, берәй нәмә булғандыр...Әтеү, мынауындай ваҡытта төн убыры һымаҡ йөрөп ятмаҫ ине...
Ҡабаланһа, исеме Азат буламы инде, ҡатынының ашыҡтырыуына иҫе лә китмәне.Яйлап куфайкаһын иңенә һалды, кәпәсен батырыбыраҡ кейҙе, мейес алдынан шырпы эҙләп алды, шунан һуң ғына сығыу яғына ыңғайланы.
- Сеү, сеү, ярамай, Аҡтүш, үҙебеҙҙекеләр, - тип этенә өндәште.Уныһы хужаһының бер алдына, бер артына сығып: “Күрәһеңме, нисек тоғро үтәйем бурысымды », - тигән кеүек мөлдөрәп уға ҡараны.Ҡойроғон болғай-болғай, моронон хужаһының ҡулдарына төрткөләп еҫкәнде лә: “Тәмлекәс алып сыҡмағасың, иркәләтеп булһа ла ал һуң», - тигәндәй, Азатҡа бер аҙым ары атларға ирек бирмәй, бер алдына, бер артына сығып, һикерәнләп аяҡ араһында буталды.Шунан ҡапыл ырғып алғы тәпәйҙәрен уның яурынына һалды, артҡы аяҡтарына баҫып, ҡыуанысынан сыйылдай-сыйылдай ҡытыршы теле менән ирҙең битен ялай башланы.
- Йә, йә, Аҡтүш!.. Бигерәк китәһең дә инде...Бар, бар ояңа, - тип һөйләнә-һөйләнә этен һыйпап-иркәләп алғас, Азат ҡапҡаны асырға йүнәлде.
- Нимә, артыңа ут ҡаптымы әллә, Сабир ҡусты?..Төн йөҙөндә йөрөмәһәң...
- Эй, Азат ағый, ағый, уйындан уймаҡ сығарҙыҡ инде...
- Бөгөн килеп ағаңды танығандай булған икәнһең әй...Ҡырҡып эткә ташлаһаң, уныһы ла ашамаҫ телең нисек таҫмаланып киткән әле...
- Ҡуй әле, ағый, исмаһам, һин асыуға теймә...
Ҡараңғыла ла күршеһенең ниндәйҙер ауыр хәлгә тарығаны күренеп тора, ғүмерендә лә моңайып йөрөмәгән кешенең бөгөн кәйефе бөтөнләй юҡ, яурындары төшкән, сырайы ҡасҡан.Ыҡ-мыҡ итеп, нимәнән башларға белмәй аптыранғанын янына барғас та шәйләп алғайны Азат.
- Тот та тураһын яр инде, нимәһенә мәмәйҙәнеп тораһың?..
- Күрше, теге ҡатын-ҡыҙҙарҙың эске кейемдәрен минең биштәргә һин һалдыңмы?..
Бурҙың бүрке яна, тигәндәй, ир үҙе лә һиҙмәҫтән терт итеп ҡалды, ыҡ-мыҡ итте, шунан ни тип әйтергә белмәй ҡапыл ярһып китте:
- Нимә-ә-ә-?..Шуның өсөн мине ете төн уртаһында уятып йөрөйөңмө әле, малай аҡтығы!..Иртәгә таң менән эшкә икәнен беләң дә һуң...Барғас та һорап өлгөрөр инең...
- Ней бит әле...Килмәҫ тә инем, ағый, кәмә ҡомға килеп терәлмәһә...Башҡаса әмәл юҡ...Киленең ҡайтырға ята...Вись ҡайны-ҡәйнәмдәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы...Хәҙер ҡустыһы йөк машинаһы менән килеп нәмәләрен тейәй, күсереп алып ҡайтырға...
Азат тынысһыҙлана биреп Сабирға текәлде.
- Өр әле миңә!..Өр, тием...Эстеңме әллә?..
Сабир йәне үртәлеп унан ситкәрәк тайшанды.
- Киленең менән һөйҙәшеп ҡуйҙығыҙмы? Ул да эштән ҡайтҡаны бирҙе шулай тип башты ҡатырҙы...Ниндәй эске?...Үҙең беләң дә, нисәлә ҡайтып тәгәрәгәнде...Иртәгә туже таң менән урманға - диләнкә үлсәргә кәрәк....Арып-йонсоп йөрөлә, ярты айҙай йүндәп йоҡо төҫө күргән юҡ бынау эш менән, шул биткә сыға инде...
Белә инде, белә Азат, аптырағандан ғына һорауы.
- Һуң, мин ништәй алам? Ҡайтма, килен, тиемме?..
- Әйҙә, бараң инде, күрше хаҡы – тәңре хаҡы тей...Әтеү киленең мине тыңдарға ла теләмәй, шул тиклем ҡыҙға-а-а-н!.. ”Ҡана әле, йоҡтамаҫ борон иртәгелеккә тамаҡ йүнәтеп ҡуяйым.Әтеү миңә лә эшкә, таң менән өлгөрөп булмаҫ ул”, - тип биштәрҙе асып ебәргәйне, бына һиңә мә-ә-ә!.. Тегенән бисәләрҙең ҡып-ҡыҙыл эске кейемдәрен эт эсәге һымаҡ һуҙып тороп килтереп сығармаһынмы, әй...Күҙ дүрт булды!.. Ҡасан тығып өлгөргәнһеңдер...
Азат торған ерендә сыҙамай ата ҡаҙ кеүек тапанып алды.
- Ә ул нәмәләрҙе мин һалғанды ҡайҙан белдең, ҡустыһы? Берәүгә лә әйтмәгәйнем, шикелле...
- Һы-һы-ы-ы, ағый, әйттең һүҙ...Как будта үҙемдең яратҡан ғына еңгәмдең габариттарын белмәйем инде...Бик тә бик белгең килһә, күрше-тирәлә генә түгел, тотош ауылда башҡа берәүҙең дә ундай ҙур размерҙары юҡ!..Иҫеңдәме, беҙҙекеләр, еңгәне алып ҡайтҡан ыңғайы, эштә күҙеңде лә астырмай тәләкә итә торғайнылар.Һин тегеләр алдында сер бирмәҫкә күрә маҡтана торғайның: “Филиәмдең түштәре булғанда миңә мендәр ҙә, юрған да кәрәкмәй...,” – тип...
Азат өндәшмәне, яйлап тәмәкеһен тоҡандырҙы ла уйсан ғына бер-икене һурҙы, төтөнөн балдаҡ-балдаҡ итеп сығарып ситкә өрҙө.Унан Сабирға борола биреп:
-Дә-ә-ә,- тип һуҙҙы - быныһы башҡа килмәгән бит, ҡустыһы, габариты подвели-и-и-и...
Сабир, үҙенең ниндәй ҡайғы менән килгәнен дә онотоп, пырх итеп ҡалды.Тәүҙә әкрен генә, унан элекке, ғәҙәти хәленә ҡайтып, бер ғәмһеҙ сағындағы кеүек, ихлас күңелдән эскерһеҙ шарҡылдап көлдө.Уға Азаттың да гөрөлдәк тауышы ҡушылып төнгө буш урамды тултырҙы.
- Шунан?..
- Нимә шунан?
Көлкө аралаш Сабир аңшайып китте, һүҙ айышын тота алмай күршеһенә текәлде.
- Атаң башы, аҙағы нисек бөттө, тием дә...
- Ә-ә-әй, ағый, белмәгән киленеңме...Бигерәк яндырай бит, өйҙә шундуҡ буран ҡупты! Ауыҙ асып һүҙ әйтер хәл юҡ, дөрөп алып бара...Тәүҙә аңын-тоңон һорашыу ҡайҙа? Шул ыңғайы ҡәйнәмә шылтыратып ебәрҙе, әй! Уныһы ла килешкән, бер бөртөк ҡыҙымдың битенән көлдөрмәйем, тип шул минутта айырып алып ҡайтырға булып китте...Киленең тыңдаһа, һине генә тыңдар, күрше, хөрмәт итә ул һине...Мужет, еңгәйҙе лә алып барырбыҙ? Башҡа саҡта серҙәре берегә бит уларҙың...
-Бар, еңгәңде үҙең алып сыҡ, мин тартып бөтәйем – тине Азат.Сабир йүгереп өйгә инеп китте...Ә бит, ”Тартай теленән табыр”, - тигәндәй, бөтә бәлә тиктормаҫ Сабирҙың үҙенән, дөрөҫөрәге, ябай ғына күренгән шаярыуынан башланған ине...
Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.
(Дауамы бар)