Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
15 Февраль , 02:05

Бесталкуай (дауамы 2)

Йылдағыса ағас ултыртыуға урмансылыҡ хужалығы бөтә көстө ташланы.

Бесталкуай (дауамы 2)Бесталкуай (дауамы 2)
Бесталкуай (дауамы 2)

Йылдағыса ағас ултыртыуға урмансылыҡ хужалығы бөтә көстө ташланы. Урмансылар, планды ваҡытында үтәү өсөн, эшһеҙ ятҡан ауыл кешеләрен дә ойоштороп урманға алып сыҡты.Сәсеү өсөн үҫентеләрҙе айырым тейәп, үҙҙәре күмәкләшеп бер трактор арбаһына көскә-көскә һыйып ултырҙы.Күмәк ерҙә көлкө лә күп була.Эш урынына барып еткәнсе, оҙон юл буйы бер-береһен кәзекләшеп, төрттөрөшөп барҙылар.Уртала ултырғандар юлды ҡыҫҡартыр өсөн шапылдатып кәрт һуҡты, шаяныраҡтар булғанын да, булмағанын да һөйләп тел сарланы, олораҡтар йәштәрҙең хәбәренә ҡушылмай, үҙҙәре әкрен генә гәпләште.

Барып еткәс, мастер Фирғәт һәр бер урмансыға күҙ-ҡолаҡ булырға ир-атты төркөмдәргә бүлде.Улары быйыл был эшкә тәүгә сығыусыларҙы эш рәтенә төшөндөрөп, һәр төркөмгә ер беркетеп, үҫентеләрҙе нисек ултыртыу тәртибен күрһәтеп алғансы, төш етте лә ҡуйҙы.
-Ҡуй, былай булмай, тамаҡ ялғап алайыҡ, эстә бүреләр олой башланы, - тип Фирғәт төшкө тамаҡҡа туҡтарға ҡушты.Шунда уҡ күңелле ығы-зығы китте: йәштәр, кемдә ниндәй һауыт бар – биҙрә, баҡырса, сүлмәктәр - барыһын йыйып алып һыуға киттеләр, кемдер ут тоҡандырыу өсөн ҡоро-һары йыйҙы, ҡаҙан элергә таған ҡатты, сәй ҡайнатырға аҫҡаҡ элде.Тиҙҙән суйын ҡаҙанда бығырҙап кәртүк бешә ине, һемәктәрен күңелле һыҙғыртып баҡырсаларҙа сәй ҙә ҡайнап сыҡты.Ауылдыҡылар ҙа, урмансылар ҙа бер оло түңәрәк ҡороп тамаҡ ялғарға ултырҙылар.Сәй артында шаяртыу-көлөшөүҙәр, мәҙәк һүҙҙәр, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләү башланды: оҙон ҡыштан ялҡып яҙға аяҡ баҫыу бөтәһенә лә күңелле кәйеф өҫтәне.

Шуҡ Сабир, ҡулын эргәлә ултырған ағасҡа төртөп:
- Ҡарағыҙ әле, ниндәй ҙу-у-ур ҡош ултыра ул анау ботағында? – тип һөрәнләп ебәрҙе.Барыһы ла үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ялп итеп шул яҡҡа баштарын борҙо.Шул арала егет бер өлкән ҡалаҡ тоҙҙо күршеһе Илдарҙың сәйенә тондороп өлгөрҙө.
-Ҡайҙа?Ҡайҙа? – тиешкәндәргә,
-Ҡайҙа булһын, ҡайын башында! Ышаналар бит әле, йыл һайын шулай отолоп торалар, - тип үҙенең мәҙәгенән үҙе шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
- Һай, ошоноң булһа, бер нәмәһен табып тора, - тип һуҡранды араларынан береһе.Бер ни һиҙмәгән Илдар шөрпөлдәтеп сәйен һемерҙе, шунан сирылып ҡуйҙы.
- Сәйгә һыуҙы ҡайҙан алдығыҙ шул? Әллә ниндәй тәм бирә...
-Ә бындағы йылғаның һыуы шулай тоҙҙо ул...Һинең был диләнкәгә эшкә килгәнең юҡ таһа...Гел ялан яғында йөрөп тик яттың, - тип күҙен дә йоммай алданы Сабир.
-Эйе, Сабир дөрөҫ әйтә, зату миңә рәхәт был кварталда эшләүе.Ҡыш көнө башҡа лесниктар маралдарға ыҙалап тоҙ ташып һала, ә минекеләр төшөп йылғаның боҙон ялап тик тора, - тип шул уҡ мәлдә һүҙ ебен эләктереп алды теге оста ҡырын төшөп ятҡан Азат.Илдар ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, һағайып ҡына ян-яғына ҡаранды.Башҡалар шым ғына көлөштөләр.

Һәр йыл яңыларҙан кем дә булһа эләгә ошо шаяртыуҙарға.Үҙҙәренә күрә араларына ҡабул итеү өсөн бер һынау инде.Бер-береһен тотттормай ҙа, һатмай ҙа, яңы эшкә алынған урмансыларҙы апаруҡ мәрәкәләп-кәзектәп ыҙалатып алалар.
-Бынағайы-ы-ы-ш, иртәнсәк еңгәң ҡаҙ бото бешереп һалдым, тей ине. Ә бында колбаса ғына-а-а-а..., - тип һуҙҙы Йәмил ағай, биштәрен аҡтара-аҡтара.Ҡатынына һуҡранды:
- Ҡартайыуы еткәнме әллә еңгәгеҙҙең, яңылыша башланы.Моғайын ғына, һыуытҡыста ятып ҡалды инде, уңмаған...Ғүмере ҡыланмағанын...
Азат мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайҙы, эштең нимәлә икәнен ыңғай һиҙеп, Сабирға ҡараны: тегенеһе бер ни булмағандай, алдындағы мөнйәлгән ҡаҙ бото һөйәктәрен шым ғына йыйып алды ла гәзиткә төрөп ситкәрәк этте.Уның янында сәй эсеп ултырған Заһит, көлкөһөнән «пырх» итеп ҡапыл сәсәп китте, ул да ҡаҙ итенән ауыҙ иткәйне...
- Ҡабаланып эсеп, ҡарлығаң бит!..Эш ҡасмаҫ, яйлап аша!..
Сабир, йөҙөнә етди ҡиәфәт сығарып, Заһиттың елкәһенә һуҡҡылап-ҡаҡҡылап алды ла Азатҡа күҙ ҡыҫты.
”Дә-ә-ә, үәт, ҡыландыра бит был икәү...Шуларҙың этлеге инде, ҡасан өлгөргәндәр икән, - тип аптыраны Азат - Етешмәгән-өлгөрмәгән ерҙәре юҡ бит әле”.

Сәй эсеп бөткәнсе урман йәштәрҙең шаярыуҙарынан гөр килеп торҙо.Әллә ҡасан тороп китеп, уларҙың төшкә тиклем эшләгән эштәрен ҡарап сыҡҡан мастер Фирғәт шарылдамаһа, тағы әллә күпме тел сарлар инеләр.
-Атаң баштары! Әллә нисә бураҙнаны боҙоп сәскәнһегеҙ!..Күҙегеҙ ҡайҙа?.Как будта сәсеүгә беренсе йыл йөрөйҙәрме? Кемдең рәте?!.
-Минеке, - тип ҡалҡып торҙо Илдар.
- Нимә, техникумда шулайтып сәсергә өйрәттеләрме?. Кил әле, кил бында!..Сәсеү технологияһын да белмәгәс, һинең ҡыҙыл диплом алыуыңды әйтер инем...

Илдар ғәм халыҡ алдында әрләнеүенә ҡыҙарып-бүртенеп мастер янына барҙы.Уныһы шунда ятҡан үҫентеләрҙе ултыртыу өсөн махсус эшләнгән сәскес тимер таяҡты алып үҙе күрһәтә башланы.
-Тотоп тор бына ошо үҫентене... Ике кешеһеҙ булмай бында, аңланыңмы?...Бына, ошолайтып берегеҙ сәскескә аяҡ менән баҫып, тишек эшләп бара, икенсегеҙ уға үҫентене ултырта...Ҡайҙа ебәрәң! Тот үҫентенең башынан, тотоп тор, бөтмәнем бит әле!..Хәҙер ҡара инде, артабан нисек...Һинекеләр ошо тишекте аяҡ менән тапап күмгәндәр.Улай итһәң, тишектә һауа ҡала, ағасыңдың тамырҙары ерегеп үҫеп китә алмай, вись ҡорой, белдеңме?..Ошо рәттәрҙе бөткәнсе әрәм иткәнһегеҙ...Ладно, ваҡытында күреп ҡалдым...Бына нисек булырға тейеш...
Ул үҫентене тыҡҡан тишек янынан бер ҡул быуынылай ара ҡалдырып, тимер сәскесе менән тағы бер тишек яһаны ла ағастың тамырҙарын шул ер ҡатламы менән тығыҙ итеп ҡыҫты, шунан аяғы менән икенсе тишекте тапап көпләп ҡуйҙы.
-Күрҙеңме? Бына ошолай итһәң, ағастың тамырҙары тупраҡҡа тейеп тора, һәйбәт итеп берегеп үҫеп китә.Әле һиңә өйрәнергә лә өйрәнергә, ҡустым.Аңланыңмы?
-Эйе, ағай...Техникумда, ней, бындай практик дәрестәр үтмәнек ул...
-Беләбеҙ унда нимә менән көн үткәргәнегеҙҙе!..Йә, ярар...Хәҙер үҙеңдекеләрҙе ал да ошо рәттәреңде өр-яңынан ҡарап сәстереп сыҡ! Әйттем дә һуң, урмансылар ҡарап өйрәтеп йөрөгөҙ, тип...Ә һин үҙең эшләп йөрөйһөң эшселәр ыңғайына!Бөгөнгө көндә һин уларға етәкселек итергә тейешһең!..Һәр рәтеңде үҙең тикшереп еренә еткереп эшләт, атыу улар нисек булһа ла үҫентене ергә тыға ла китә ул...Көндөк аҡсаһын алһа булған уларға! Ә ағас үҫеп сығамы-юҡмы – уларҙы борсомай!..
Фирғәт ҡыҙып китеп башҡаларға ла асыуын төшөрҙө.
-Әйҙә, тороғоҙ, нимә һуйҙайышып ятып киттегеҙ!..Планды үтәр кәрәк тә...
Берәм-берәм тороп эшкә ыңғайлаған һәр береһен күҙ уңынан үткәрҙе лә үҙенең ярҙамсыһына боролдо.
-Һин ҡалаһың бында за главного! Миңә питомникка барып иртәгәлеккә үҫентеләр әҙерләтергә кәрәк.Быларын хәҙер кискә тиклем сәсеп бөтһәгеҙ, иртәгә буш ултырырбыҙ әтеү...

Уның күпте күргән иҫке генә “Нива”һы тырылдап урынынан ҡуҙғалып киткәс, урмансылар төркөм-төркөм булып, һәр кем үҙенең ҡул аҫтындағы халыҡты йыйып алып, эш урындарына таралышты.Әҙерәк рәтенә төшөнөп алғас, эш тә күҙгә күренеп ырап китте.Бынан ун көн элек урмансылыҡ хужалығының ике тракторисы, көндө төнгә ялғап, алһыҙ-ялһыҙ тигәндәй, ауылға ла ҡайтмай урманда будкала ҡунып, быйылғы план буйынса һалынған ерҙе һөрөп өлгөрткәйнеләр.Әле күҙ күреме ерҙә шул ҡара бураҙналарға бер-бер артлы ҡарағай үҫентеләре теҙелде.
Яҙғы урмандың ылыҫ ҡатыш саф һауа еҫе йәштәрҙең күңелен иләҫ-миләҫ итеп ебәрҙеме, әллә оҙон ялҡытҡыс ҡыштан һуң бер-береһен күреү тәьҫир иттеме - китте шаярыш, геү килеп бер-береһен мәрәкәләү...Көн дә бер нәмәһе табылып торҙо: йә кемдер биштәрендә икмәк урынына матур итеп төрөлгән кирбес табып ала, йә шәкәр һауытында тоҙ була.Ҡайһыһының һауытында сәй урынына өймәләмә ҡырмыҫҡа иләүе лә килеп сыҡты. Эшкә сыҡҡандың дүртенсе көнөнә Азатҡа ла өлөш сығарҙылар.Көндәгесә төшкө ашҡа туҡтағас, ул биштәренән тамаҡ ялғарға аҙыҡ-түлеген сығара башлаған ине, көрөшкәһен дә, ҡалағын да тапманы.
- Атаҡ, еңгәң мал ҡарарға ҡабаланып йөрөй ине, һалырға онотто микән, - тип күршеһендә һуҙылып төшөп ятҡан Фирғәткә иҫе китмәй генә әйтеп ҡуйҙы.
- Була торған хәл, - тип ҡорҙашы,быяла банкыһы эсендәге шәкәрен гәзит өҫтөнә ауҙарҙы ла сәй яһап бирҙе.Тик икенсе көнөнә Азаттың йәнә көрөшкәһе лә, ҡалағы ла булмай сыҡты. Тағы ла шул банкынан сәй эсергә тура килде...Нимәнән ауыҙ йырырға белмәй ултырған ир-атҡа шул етә ҡалды.
- Ул көрөшкә һалырға ла эшкинмәгән ҡатынды нимә тип тотаң, күрше!..Ҡайт та биштәреңде бәр үҙенә!.. Һин йөрөйһөң бында аҡса эшләп, ғаиләңде ҡарайым, тип.Еңгәй өйҙә ултырып та үҙеңә тамаҡ йүнәтеп ебәрергә эшкинмәй., - тип башлап ебәрҙе әлеге лә баяғы әсе тел Сабир.
- Дә-ә-ә, ҡустым, килен ҡарамай бит һине, ҡарамай! Бына минеке таңдан тороп йыуаса-бәлештәрен дә бешереп өлгөртөп һалып ебәрҙе, - тип утҡа кәрәсин һипте Йәмил ағай ҙа.
- Эйе шул, былай ҙа көн һайын салат-малатын да турап ебәрә, итенә тиклем тәмле итеп быҡтырып һала.Ҡайһы арала өлгөрә икән? Уҡытыусы эше былай ҙа тынғыһыҙ, был ирен дә ҡарай, баҡсаһын да гөрләтеп үҫтерә, малына ла сыға. - тип уға ҡушылды Заһит, аҫтыртын йылмайып.

Былай ҙа ғәрсел Азаттың сикәләре тартышып китте, эсендә ут ҡайнаны, тик йәне үртәлеүен иптәштәренә белгертмәҫкә тырышты.Шаярған булып һүҙҙе икенсегә борҙо.
- Заһит, һин булһаң, кеше бисәләренә күҙеңде майландырып ҡыҙығыр ҙа йөрөрһөң...Ҡасан үҙең өйләнәһең?
- Миңә тигәне тыумаған әле, - тип уныһы ситкә ҡараны.
Бында тыныс ҡына күренеп ултырһа ла Сабирҙың һүҙҙәре Азаттың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалғайны...Эштән ҡайтҡас йөҙө боҙолоп ишектән үк ярһып килеп инде:
- Нимә, хәҙер тамаҡҡа йүндәп һалырға ла к...-дән килмәйме?..Башҡаларҙың бисәләре эштәп йөрөһә лә вись өлгөрә, һин минән аҡса таптырып, елкәмде кимереп ятырға беләһең, ирҙе ҡарау юҡ!..Хатта сәй эсергә көрөшкә менән ҡалаҡ та һалмағанһың!.. - тип биштәрен иҙәнгә ырғытты.Филиә аптырауҙан күҙҙәре түңәрәкләнеп баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.Иҙәнгә бәрелгән ыңғайы биштәрҙә шаҡ итеп ҡалған тауышҡа үҙе терт итеп ҡалды.Ҡатыны бер ни ҙә өндәшмәйенсә, эйелеп биштәрҙе күтәрҙе, уның сырмалған бауын яйлап систе, эсен аҡтара башланы һәм иренең күҙе алдында сыңғырҙатып көрөшкә менән ҡалаҡты килтереп сығарҙы...
- Атаҡ-атаҡ, был ни ҡыланыуың һинең?..Бына ла һуң...
Филиә яйлап турайып баҫты, иренең күҙе алдында көрөшкәне әйләндереп-әйләндереп уға килә башланы.
- Нимә, мин үҙем теләп ултыраммы өйҙә?..Эшем юҡ инеме әллә?..Кем күмде балаға бер-бер артлы?..Имеш, берәү бәпәй ярата!..Ошолайтып һинән битәрләнеп ултырғансы, мин дә йөрөр инем әле булһа болниста эшләп...
Азатта шунда уҡ киске аш ҡайғыһы китте, мал ҡарау һылтауы менән тиҙ генә тышҡа һыҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
«Тағы шул Сабир менән Заһиттың ҡармағына эләктем бит, ә-ә-ә!..Шуларҙың ғына этлеге...Әйтәм, Заһиты мыйыҡ аҫтынан йылмая ине, үәт, шилмалар!..Ызначит, иртәнсәк ҡайһы аралалыр көрөшкәне биштәрҙән алып, кискелеккә кире тығып өлгөргәндәр инде...” – тип үҙ-үҙен әрләй-әрләй, ас килеш оҙаҡ ҡына һарай араһында булышты.Эш менән әүрәп, әҙерәк асыуы баҫылған ирҙе, ҡыҙы сығып киске ашҡа саҡырҙы. Филиәһе лә тынысланған ине, теге ике ишәй менән ҡушайҙың былтырғы шуҡлыҡтарын да иҫкә төшөрә-төшөрә, һындары ҡатып көлөшөп, ҡара-ҡаршы ултырып сәй эстеләр.Беренсегә генә түгел шул отолоуҙары ул бисураларҙан...

Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.

(Дауамы бар)

Автор:
Читайте нас