Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
18 Февраль , 01:05

Кемдәр иҫән, кемдәр бар икән?

Һабаҡташтар бер мәл осрашты лаИҫләнеләр ғәмһеҙ үткәнде:

Кемдәр иҫән, кемдәр бар икән?Кемдәр иҫән, кемдәр бар икән?
Кемдәр иҫән, кемдәр бар икән?

Һабаҡташтар бер мәл осрашты ла
Иҫләнеләр ғәмһеҙ үткәнде:
«Өйләндеңме әле? Туйың ҡасан?» —
«Көтәм бына көҙҙәр еткәнде».

Тормош һуҡмағында йылғыр йылдар
Осраштырҙы олпат дуҫтарҙы:
«Хәлдәр нисек?» — «Йәшәп ятыш әле.
Үҫтерәбеҙ ҡыҙҙар-улдарҙы».

Тап булдылар тағы бер аҙҙан һуң,
Йөҙҙәр уйсан, сәстәр сал инде.
«Ҡыҙың нисек? Улың өйләндеме?»
— «Ейән бағыу – иң шәп ял инде».

Ҡышҡы һуҡмаҡтарҙан килә улар.
Иңгә яуған ауыр ҡар микән?
«Һаулыҡ нисек, ҡорҙаш?» — «Кемде күрҙең?
Кемдәр иҫән, кемдәр бар икән?..»
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Автор:
Читайте нас