

Йәшәһендәр минең дошмандарым
Улар миңә һәр саҡ тоғролар.
Улар һәр саҡ уяу, һәр саҡ һиҙгер
Гүйә аңдып торған уғрылар.
Нимә дуҫтар?
Иҫтәренә мине
Төшөрәлер онотҡанда бер
Ә дошмандар көнө-төнө иҫләй,
Арттарымдан мине еҫкәй-еҫкәй,
Эҙәрләйҙәр улар эй сабыр.
Дуҫтар арыр, дошман арыу белмәҫ,
Дуҫтар ҡаҡшар, дошман ҡаҡшамаҫ.
Йәрҙәр һымаҡ, хыянат итмәҫ дошман,
Дуҫтар ташлар, дошман ташламаҫ.
Мин белмәгән, серҙәремде белә,
Һаҡта тора, дошман ҡымшанмай,
Күҙләй-күҙләй, күҙе салышланған,
Һағыҙ урынына исемемде.
Сәйнәй-сәйнәй ауыҙы ҡыйшайған.
Тоғролоҡҡа, дуҫтар, уяулыҡҡа,
Өйрәнегеҙ әле дошмандан.
Рауил БИКБАЙ.
Сығанаҡ: "Минең турала" төркөмө.