Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
20 Февраль , 02:05

Аятта

Бөгөн Раушанияны күршеһе аятҡа саҡырҙы.

АяттаАятта
Аятта

Бөгөн Раушанияны күршеһе аятҡа саҡырҙы, атайының баҡыйлыҡҡа күсеүенә биш йыл да булып киткән икән. Шуға күрә ҡатын да, ире лә эштән иртәрәк һорап ҡайттылар, ни тиһәң дә, күрше хаҡы бар. Ике тиҫтәнән ашыу шатлыҡ-ҡыуанысыңды, ҡайғы-хәсрәтеңде уртаҡлашып йәшәгән ут күршеңә аятҡа инмәһәң, ояттың да ояты булыр!
- Моғайын ныҡ кискә ҡалмаҫбыҙ? Мал-тыуарҙы иртәрәк ҡарап өлгөрөргә ине, бөгөн Өфө әртистәре концерт алып килә,- тине ире.
Күптәнән көтөлгән концерттан ҡалмаҫбыҙ инде, барырбыҙ, - тип яуапланы ҡатын.
Күрше ауылдан саҡырылған, алыҫ ғәрәп илдәрендә белем эстәп ҡайтҡан йәш кенә мулла көслө тауышы менән, инде матур итеп, көйләп доғалар уҡый. ”Үәт, һин уны! Ҡалай килештерә йәш булһа ла! Булыр-булмаҫ указлы муллаларың ары торһон”- тип һоҡланып тыңлай Раушания. Ултыра торғас, әллә таң һарыһынан тороп йөрөүө үҙенекен итте, әллә мулланың көйлө аяттары шауҡымы тейҙе – күҙ ҡабаҡтары үҙенән-үҙе йомола башланы. Ҡатын ни тиклем тырышһа ла, булдыра алманы – ипләп кенә ойоп китте. Ауырайған күҙ ҡабаҡтары аша уң күршеһенең ҡуш услап ҡулын өҫкә күтәреүен яҙа-йоҙа абайлап ҡалған ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, концертта ултырам икән, тип уйлап шапылдатып ҡул сабып ебәрҙе...
Мулла ыңғайына “Амин” – тип бит һыпырырға әҙерләнгән ҡунаҡтар аптырашып Раушанияға текәлде. Төш ваҡытындағы иң татлы йоҡо аралаш ҡапылғара ни эшләгәнен дә аңлап етмәгән ҡатындың күҙенә, асыуынан ҡып-ҡыҙыл булып бүртенгән иренең асыулы йөҙө салынды һәм башына бер биҙрә һыу ҡойғандай, йоҡоһо шунда уҡ осто...

Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.

Фото архивтан.

Автор:
Читайте нас