Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
20 Февраль , 03:05

Уҡытыусы сумкаһы

Әнүзә Нәзировнаның бөгөн кәйефе юҡ: баянан бирле ҡыҙыл ҡәләмен таба алмай.

Уҡытыусы сумкаһыУҡытыусы сумкаһы
Уҡытыусы сумкаһы

Әнүзә Нәзировнаның бөгөн кәйефе юҡ: баянан бирле ҡыҙыл ҡәләмен таба алмай. Бына хәҙер, ошо минутта кәрәк ине лә бит, юҡ!.. Аҙнаның кесаҙна көнөн яратмай ул – буш дәрестәре бигерәк күп! Иң беренсе дәресте уҡыта ла икәүһендә буш ултыра, унан - тағы бер дәрес уҡытырға ла йәнә «тәҙрә»… Дәрестәр теҙмәһен үҙгәртеп тә булмай, исмаһам. Директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫарына ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына әйтеп ҡараған булғайны ла, уныһының кәйефһеҙ сағына тура килде, ахыры. Күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла: «Бер йыллыҡ итеп төҙөп бөткәнмен инде, хәҙер һәр берегеҙ әйтә тип, үҙгәртеп ултыраммы!» - тип ҡырт киҫте.

Шуға Әнүзә Нәзировна тап ошо көнгә дәфтәрҙәр тикшерергә һалып ҡуя.Бына бөгөн дә, физкультура дәресенә киткән унынсылар бүлмәһенә инеп ултырып, баштан-аяҡ эшкә күмеләйем, тигәйне генә, юҡ бит, хәйерһеҙ, ҡыҙыл ҡәләме әллә ҡайҙа булған.Ҡарап ҡына торған төп эш ҡоралы шул бит әле, күҙ ҡараһы кеүек кенә һаҡлап тота ине, ҡайҙа ғына булды икән?..

Туҡта, сумкаһын тағы бер ҡарап сыҡмайынса булмаҫ.Әнүзә Нәзировна, эсе күбеп киткән башмаҡҡа оҡшаған сумкаһын өҫтәл өҫтөнә ултыртты, ҡулъяулыҡ менән ентекләп һөртөп күҙлеген кейҙе һәм яйлап сумка эсен тикшерә башланы.Иң беренсе ҡулына эләккән дәфтәрҙәрҙе тартып сығарҙы, һәр береһен ҡаҡҡылап-һуҡҡылап бер яҡ ситкә теҙеп сыҡты. »Аһ-аһ, ҡайһылай күбәйеп киткән икән, был аҙнала иншаларҙы самаһыҙ артыҡ яҙҙырып ташлаған икәнмен, үҙемә өҫтәлмә эш яһап...: «Мин йәйге каникулды нисек итеп үткәрҙем?», «Мин ниңә көҙ миҙгелен яратам?», «Көҙгө уңыш байрамы»…Ярай, үҙе өлгөрмәһә, алтыларҙыҡын - ундарҙың, етеләрҙекен – ун беренселәрҙең уҡыу алдынғылары тикшерер.Уларға бер нисә артыҡ “5” ҡуйыр, беренсе тапҡыр түгел, өйрәнгән баш...

Тә-ә-әк, дәреслектәре бында...Быныһы – һаҡлыҡҡа ғына тотҡан аҡбурҙары, көскә-көскә инәлеп-ялбарып завхоздан һорап алғайны, ятып торһондар әле. Быныһы - эш бүлмәһенең асҡыстары...Атаҡ-атаҡ, бынан ике ай самаһы элек юғалтҡан өй асҡыстары ла бында ятҡан, имеш.Бына ҡыуаныс, әтеү ире, балалары менән күмәгенә бер асҡыс менән ҡайһылай ыҙаланылар. Ҡайсы - урынында, лезвие, энә-еп, елем…Елеме әҙерәк түгелгән икән, ну, нисауа, төбөндә бар әле, ташлауы йәл, ятып торһон, хәҙер генә Яңы йыл байрамына гәзит сығарырға кәрәк буласаҡ..Һыныҡ линейка, траспортир, кнопка, скрепка, ҡәләм остоғо, юйма... Хәйерһеҙ, тик ҡыҙыл ҡәләм генә күренмәй…Артабан киттек, был кеҫәһендә нимәләр бар? Ҡара көнгә, тип һалып ҡуйған ике унлыҡ, көмөш аҡсалар, запас таҙа ҡулъяулыҡ, волидол, аспирин…

Тәк - тәк, теге кеҫәлә – дәрес пландары, тематик план, кабинет планы, тәрбиәүи эш планы, ауыр уҡыусылар менән эш планы, алдынғы уҡыусылар менән эш планы, түңәрәк планы, үҙ өҫтөңдә эшләү планы, көндәлек, аҙналыҡ, айлыҡ, сиреклек, йыллыҡ эш пландары, предмет ун көнлөктәре планы, һаулыҡ аҙналығы планы... Йә, Хоҙа-а-ай, ошо план төҙөүҙән бушап дәрес әҙерләргә лә ваҡыт ҡалмай бит…

Быныһында – тағы нимә? Ә-ә-ә, теге дәрестә бишенселәрҙән тартып алған рогатка, алтынсыларҙың – фишкалары, етенселәрҙең – кәрттәре, туғыҙҙарҙың - мөхәббәт запискалары, ун берҙәрҙең – тәмәкеләре…Директорға тапшырып өлгөрмәгәйне шул…. Дә-ә, быныһында ла юҡ, имеш, ҡыҙыл ҡәләме, уның урынына Әнүзә Нәзировна кисә ашхананан һатып алып та, ашап өлгөрмәгән ике кәртүк бәлеше табып алды.Ҡайһылай һәйбәт булды әле, тамаҡ та ялғап алынды, асыҡтырып киткәйне…

Артабан тикшерәйек…Фломастер әлегә кәрәкмәй, ҡара, күк ҡәләмдәр, һаҡлыҡҡа тип һалынған стержендәр, бинт, иннек, кершән, көҙгө ярсығы…Туҡта, туҡта, бына бит һаҡлап ҡына, айырым мөһим саралар өсөн генә һөрткән хушбуйы ла килеп сыҡты.Әтеү ҡыҙын орошоп ташлағайны кисә, ысынлап та алмаған булған икән…Уф, Аллам, тараҡ, шпилькалар, запас ойоҡбаштары ла бында икән…Әллә, ҡыңғырау ҙа шылтыраны инде?..Уңмаған, тәки табылманы был ҡыҙыл ҡәләм…Ваҡыт бушҡа үтте бөгөн, бушҡа…

…Бүлмә ишеге шар асылып китте лә унынсыларҙың синыф етәксеһе килеп инде.Ул өҫтәлгә өйөлгән китап-дәфтәрҙәр араһынан башы көскә күренеп ултырған Әнүзә Нәзировнаға ҡарап йылмайҙы.
- Ҡыҙыл ҡәләмегеҙ бармы, Азатовна, үҙемдекен таба алмайымсы...
- Бына ла һуң, ҡолағығыҙ артына ҡыҫтырғанһығыҙ, Әнүзә Нәзировна…

Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.

Фото архивтан.

Автор:
Читайте нас