

Ауылыбыҙ бәләкәй генә, күп булһа, иллеләгән өй барҙыр. Шуға бөтә ауыл балалары гел генә бергә уйнайбыҙ.Йәшкә ҡарап инде.Бына беҙҙең төркөмдә 8-10 йәшлектәр, апайымдар саҡ ҡына өлкәнерәк, шуға уйындарыбыҙға ҡатыша һалып бармайҙар.
Йәштәштәрем - шыр малай. «Йылы шулай булды, гел малайҙар тыуып тик торҙо», - тип көлә әсәйем.Арабыҙҙа беҙҙән саҡ ҡына бәләкәйерәк бер бөртөк кенә ҡыҙыҡай бар, Гөлниса исемле.Уға уйнарға тиңдәш ҡыҙҙар юҡ, биш-алты йәшлек селбәрәләр менән йөрөй алмай ҙа һуң! Шуға ҡайһы саҡта үҙебеҙҙең уйындарҙа ҡатнашырға рөхсәт итәбеҙ.
Иҫ белгәндән алып гел малайҙар менән уйнап, Гөлнисабыҙ үҙе лә малай холҡона әйләнеп бөтөп бара.Беҙ ҡайҙа, ул да шунда.Бер ҡараһаң, сәсе ялпылдап кәртә башында ултыра, икенсеһендә – боҙҙа сәкән һуға.Әлбиттә, уға малайҙар менән төп командала уйнарға рөхсәт юҡ, ә үҙе бына тигән ҡапҡасы инде.Көрмәкләшеп ҡул һуғышы уйнай башлаһаҡ, бөтәбеҙ ҙә унан еңеләбеҙ, сөнки нисек инде ҡыҙ кешегә ҡул күтәрәһең? Беҙ уны йәлләйбеҙ, ә ул беҙҙе – юҡ… Аяғы менән тибеп ебәрә, ҡулы менән дә һуға, тырнаҡтары менән сапсыша, етмәһә, тешләшеп маташа! Малайҙарҙан да арттырып ебәрә, әй. Ундай саҡта мин гел генә унан алыҫтараҡ торорға тырышам.Ҡыҙҙар менән ысынлап тороп һуғыш уйнап булмай ҙа һуң…
...Бер көн шулай уйнарға сыҡтыҡ. Йомшаҡ ҡына итеп ҡар яуып тора, көн әллә ни һыуыҡ та түгел.Ете-һигеҙ малай йыйылып киттек, арабыҙҙа һәр саҡтағыса Гөлниса ла бар.Ниндәй уйын уйнарға тип бәхәсләшәбеҙ.Йылға буйына төшөр инек, кисә генә ялтырап ятҡан боҙҙо төнө буйы бер туҡтамай яуған ҡар ҡаплаған.Тауға сана шыуырғамы әллә йылға аръяғына барып сәкәнлек муйыл ҡарап ҡайтайыҡмы, тип кенә тора инек, күрше ауыл яғынан трактор күренде.
Малайҙар ҡапыл йәнләнеп китте.Был беҙҙең иң яратҡан шөғөл – урманға кәбән алырға китеп барған тракторҙың артына тағылған ҡалайға һикерешеп менәбеҙ ҙә ауылдың осона сыҡҡансы тейәлеп барабыҙ.Әгәр ҙә тракторист ағай күреп ҡалып, йоҙроғон төйә башлаһа, кемуҙарҙан борсаҡ кеүек тәгәрәшеп төшөп ҡасабыҙ.
- Әгәр ҙә мәгәр хәҙер бөтәгеҙҙән дә уҙҙырып иң алыҫҡа барһам, бынан ары мине төп командала уйнатағыҙ, - тине ҡапыл Гөлнисабыҙ.
- Ыһы, эләкте, ти һиңә төп командала урын.Ҡапҡала ғына торһаң да шәп, - тип ауыҙын мыҫҡыллы салышайтты Фәнис.
- Әле үҙебеҙҙең арала уйнарға рөхсәт иткәс тә рәхмәт әйт, йәме, - тип уға ҡушылды Шамил да.
- Әйҙә, атыу бәхәсләшәбеҙ!..Ну, отолһағыҙмы, ҡарағыҙ уны! Хәрәмдәшмәй генә командаға ҡуяһығыҙ!
Гөлниса һаман үҙенекен һөйләне.Малайҙар һуңғы һүҙҙе көтөп миңә ҡараны.
- Капитан, һин ни әйтерһең?
- Ниңә, бәхәс икән, әйҙә, бәхәс булһын, тик барыһы ла ғәҙел булырға тейеш.Әгәр Гөлниса еңелһә, яҙға тиклем теге селбәрәләр менән уйнай, беҙгә яҡын да килмәй.
Гөлниса менән Фәнис бер-береһенә шапылдатып ҡул бирештеләр, ә мин уларҙың ҡулын өҙҙөм.
- Бөтәгеҙ ҙә шаһит, күрҙегеҙме, ысын бәхәс булды был, - тине ҡыҙыҡай.
Эргәбеҙҙән үтеп барған тракторға иғтибар итмәгән булып, юлдан ситкә тайпылдыҡ, йәнәһе лә: «Тракторист ағай, күрәһеңме, беҙҙең һиндә бер эшебеҙ ҙә юҡ, әйҙә, юлыңда бул!» Кабиналағы икәү үҙ-ара ихлас һөйләшә-көлөшә үтеп киттеләр.Беҙ шик тыуҙырмаҫ өсөн әҙерәк тора бирҙек тә ярыша-ярыша трактор артынан йүгерҙек.Төртөшә-төртөшә берәм-һәрәм ҡалайға һикерешеп менеп бөттөк.Бер Гөлниса ғына һикерергә яй таба алмай, йәнәшәләп йүгерә лә йүгерә.Фәнис уға бармағы менән төртөп эйелә-бөгөлә көлә башланы.
- Ҡайҙа һиңә малайҙар менән ярышыу, әле нос не дорос!..
Мәҙинә Йәғәфәрова.
(Дауамы бар.)