Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
23 Февраль , 13:00

ТЕЛЕФОН (хикәйә)

       

ТЕЛЕФОН (хикәйә)ТЕЛЕФОН (хикәйә)
ТЕЛЕФОН (хикәйә)
Залға үтеп ултырып телевизорҙың тауышын көсәйтә төшкән бабайына нимәлер һөйләүҙең дә, әрләүҙең дә файҙаһыҙ икәнлеген белгән Сәйҙә, ҡул һелтәне лә, оло дебет шәленә уранып сығып китте. Бәләкәй өйөндә ҡаҙҙары баҫып ята, кәртәләнгән мөйөштә һарыҡ бәрәстәре тора. Бәрәстәрен инәләренә ҡушҡас, мейес артында кибеп ятҡан утындарҙы үрелеп алып усағына тоҡандырып ебәрҙе. Береһе шул мейес артында, икенсеһе урындыҡ аҫтында ултырған ҡаҙҙары һүҙ ҡушҡан шикелле ғығылдап тауыш бирҙе. Сәйҙә лә уларға яуапланы:
— Утырығыҙ-утырығыҙ, теймәйем һеҙгә, теймәйем. Әйҙә, матур ғына итеп баһып алығыҙ балларығыҙҙы.
Бындағы эштәрен барлағас, бәрәстәре имеп-уйнап туйғансы, уты һүрелгәнсе тип урындыҡҡа терәлгәйне, халат кеҫәһендә ятҡан телефоны иҫенә төштө. Туҡта, иркенләп һөйләшеп алһын әле! Алып ҡарап ебәрһә экранында ҡабул ителмәгән бер шылтыратыу тора.
— Аһа? Кем был? – тип үҙ алдына һөйләнеп исемһеҙ номерға тексәйеп тора бирҙе лә, шылтыратып ҡарарға булды. Гудок төшһә лә, теге яҡтан оҙаҡ ҡына алмай торҙолар. Инде һалайым тигәйне, берәү ашыҡмай ғына яуапланы:
— Дә-ә?
— Ней... ошонда шылтыратҡанһығыҙ бит?
— Шулаймы... – тип әйтеп өлгөрҙө ир тауышы, сәсәп тә китте. Трубкаһын ситкә алып оҙаҡ ҡына сәсәне. Сәйҙә уны сабыр ғына көтөп торҙо ла, кире килеп тамаҡ ҡырғас:
— Ҡалай йүткерәһең! Ауырыйыңмы әллә? – тине.
— Сәсәтә әле, үтмәй, - тип ризалашты теге лә.
— Кәзә һаҡалы киптермәгәнһегеҙме? Шуны ҡайнатып эсһәң ала торған. Йә берәй башҡа үлән. Ҡатының барҙыр бит, ҡарап алһа ней?
— Барын бар ҙа, минең ҡайғы юҡ анда, - тине ир битараф ҡына.
— Нишәп алай? – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды быныһы.
— Ал шул кина ҡарай ҙа, унан бушаһа әхирәттәре буйлап хайырсылай.
Шул урында Сәйҙә ҡарсыҡ теге яҡтағы ете ят кешегә йүткереүҙе баҫа торған әллә нисә юлды һөйләп-өйрәтеп ташланы.
— Ярай, эрәхмәт, шулайтып ҡарармын әле, - тип ҡәнәғәт ҡалды уныһы.
— Ауырыма, шәп бул, - тип хушлашты уның менән был яҡ.
Ир кеше тамаҡ ҡырҙы ғына. Һаубуллашыуы шул булды, ахыры. Телефонын ҡолағынан алғас, Сәйҙә бер килке һеңгәҙәй биреп ултырҙы. Ниндәй бер... һөйләшеүгә һөйкөмлө генә әҙәм булды әле ул, тип уйланы. Ҡалай ғына сәсәй, бахыр... Ҡатыны була тороп, дауалап алһа нимә булмаған... йүнһеҙ. Ихлас ҡына бер ирҙе...
Ингәйне, бабайы һарыҡ-кәзәгә ашарға һалып кәртәгә бикләргә сыҡты. Ул инеүгә Сәйҙәнең сериалы башланды. Бәйләмен тотоп, күҙлеген элеп алып, экранға терәлә яҙып ултырған креслоға сумды ла, донъяһын онотто. Әсҡәт иһә үҙ йүнен үҙе күреп өйрәнгән ҡарт, бәләкәй кәстрүлгә аш һалып йылытып эсте, бесәйҙәренә лә өлөш сығарҙы. Унан келәттә эленеп торған үләндәрҙе индереп, төнәтергә ултыртты. Кискелеккә мейес яғып ебәрҙе. Почта йәшнигенән гәзит-журналдар алып инде лә, бүлмәһендәге урынына ятып шуларҙы уҡырға кереште. Өс бесәй уның өҫтөнә үк менеп алып, йомарланып яттылар. Яҙғы төн буранларға итте, ахыры.
Ике-өс көндән, бәләкәс өйө тупһаһына һыҡыған ҡарҙы көрәп йөрөһә, ғәҙәтенсә, кеҫәһендә йөрөткән телефонына шылтыраттылар.
— Әү! – тип алды ла, сәләмләүенән теге көн һөйләшкән ир икәнлеген танығас, көрәген ташлай һалып эскә ашыҡты.
— Йүгереп йөрөйһөңме әллә? Ҡалай саҡ тын алып тораһың, - тип башланы танышы.
— Ҡар көрәй инем, - тип яуапланы Сәйҙә.
— Нишләп һин? Ирең ҡайҙа?
— Көрәмәй бит, буран үткәненә ике көн, урамға калуш менән сығырлыҡ та түгел.
— Алай икән... Мин һин өйрәткәнсә итеп үләндәр эстем әле, бына, буйтым һауыҡтым, шуны әйтәйем тип шылтыратып торам, - тип күңелсәк кенә дауам итте.
— Яҡшы буған. Хәҙер сәсәүең үткәс, ҡатыныңдан арҡаңды һылат.
— Һылап ҡуймаһын.
— Һы-ы... Шулайтҡанда һәйбәт булыр ине. Бик булмаһа мунса яғып сабынып ал, унда ла ҡатыуҙарың йомшарыр, - тип тағы ла күп кенә кәңәштәр биреп ташланы был юлы ла Сәйҙә. Теге яҡ уны шым ғына тыңланы ла, ҡат-ҡат рәхмәттәр уҡып, “бына бит, яҡшы ҡатын нисек була” тип маҡтап һалып ҡуйҙы. Шундай күңеле булды ҡарсыҡтың. Үҙ алдына йылмайып ултырҙы. Була бит бына шундай ирҙәр, ҡатындың күңелен таба, йылы һүҙ әйтә белә торған.
Төшкө сәй артында Әсҡәт әбейенә өндәште:
— Мунса яғайыҡ әле.
Сәйҙәнең сырайы ҡараңғылана төштө:
— Ай, алла, ялды көтмәйекме? Ҡоҙоҡтан һыу һөйрәп, үргә ынтылып ҡойоп йөрөүе анһат тейеңме әллә? Баллар килһә яғалар ҙа инде барыбер.
— Үҙем ташыйым һуң һыуын әтеү?
Был хәбәрҙән әбей “әллә яңылыш ишетәмме” тигәндәй ҡарап ҡуйҙы:
— Ыста! Һин һыу ташыһаң ҡояш сыҡмай ҡуйыр ул иртәнгә, - тип көлөп тә алды.
— Ә нимә? Һыу ғына әпкилгәнем юҡмы әллә? – Әсҡәт ҡарттың күҙҙәрендә осҡондар тоҡанып китте хатта.
— Бар ҙа... тик бик-бик боронғо замандарҙа шул.
— Заманын ней уның ... Хәҙер ташыйым мин уны.
Шулай күңелле генә тамамланды төшкө аштары. Ҡарты мунса яҡты, бер дәртләнгәндә урамын да көрәп инде. Уның был ҡыланыштарын тәҙрә аша күҙәтеп йөрөгән Сәйҙә телефон аша аралашҡан теге ир тураһында уйланы. Ул ир, моғайын, бындай эштәрҙе көн дә башҡаралыр, ҡатынына бер генә лә ауырлыҡ һалмайҙыр. Ундай кеше менән йәшәүе лә рәхәт инде. Шунда уның “бына бит яҡшы ҡатын нисек була” тигәнен иҫләне лә, тағы ла яҡшыраҡ булғыһы килде. Ул ир уны күҙәтеп торалыр, яҡшы булмаған урындарын белеп ҡалыр кеүек булып тойолдо. Шуғамы иренә мунсаға алмаш кейем әҙеләп тотторғанда, туңдырғыстан һары май ҙа алып һуҙҙы:
— Мә, ирей торһон, торараҡ барып арҡаңды һылармын.
Артабанғы көндәрҙә Сәйҙәгә телефоны тағы ла яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк була төштө. Ул хәҙер теге ирҙең шылтыратыуын көтөп кенә йөрөнө. Уныһы ла Сәйҙәнең өйҙән сыҡҡанын белеп кенә торғандай, һәр ваҡыт яйлы мәлгә тура килде. Уға үҙенең нимәләр эшләүен һөйләне, уны тыңланы. Ниндәй ҙә булһа кәңәш бирҙе, нимәһен дә ыңғайға һаплап хупланы. Ир ҙә үҙен маҡтап, рәхмәттәрен яуҙырып ҡына торҙо. Бабайына зарланып алырға ла онотманы, теге яҡ та ҡатынынан артыҡ ҡәнәғәт түгел ине. Шундай һөйләшеүҙән һуң Сәйҙә танышының ҡатыны тураһында әйтелгән “кина ҡарауҙан башы сыҡмай”, “һөйләшеп тә ултырған юҡ” йәки “мине ҡайғыртмай” тигәнерәктәрен үҙендә лә аңғарып ҡалды. Ул да шулайта түгелме һуң? Теге ир белеп ҡалһа – ҡалай оят.
Ҡамыр ҡуйып әсетеп алды ла, майҙа ғына йөҙҙөрөп ҡабартмалар бешерҙе бөгөн. Унан ирен саҡырҙы:
— Әйҙә, тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ әле. Берүҙең ултырып ашап тора ла китәһең атыу. Симъя түгелме әллә беҙ?
Ҡарты өҫтәлдәге һыйҙан бала кеүек шатланды:
— Үәт, әбей, ҡылғаның бит! Майикмәк бешереп ташланыңмы? Ниндәй тәмле еҫ сыға тип ятам. Дауна бындайҙы ашатҡаның юҡ. Ай, малатса! Ай, малатса...
Оҙаҡлап һөйләшеп ултырып эстеләр сәйҙе. Үлән һалып тороп бешергәйне, тирләшеп, ҡәнәғәт булышып ҡалдылар. Күңеле ирегән ҡатын ире янына менеп теҙелешеп ултырған бесәйҙәргә һөт ҡойоп уҡ ҡуйҙы. Шунда ла теге ирҙең ҡатыны тураһында “эт-бесәй яратмаған бер нәмә инде” тип ысҡындырғанын да хәтерләне. Бына ул яратмаһа ла, түҙә әле, күнә, ире яратҡас шуларҙы, ҡалайтһын?
— Йә, ярай, бар, сериалың башланғандыр, - тине Әсҡәт әбейенә ахырҙа. Сәйҙә хайран булып көлдө:
— Аллаҡайым! Кина ҡарайың да, телефондан һөйләшәң тип әрләгән кеше ҡайҙа булған?
— Ҡарап өйрәнгәнең бит инде, бығаса ҡарағасың, ҡарап бөтәһең инде. Бар-бар. Мин анау ҡоҙоҡтоң һыу һурҙырғысын төшөп алдым әле, шуны әтмәләп ҡарайым хәҙер. Биҙрә менән һыу һөйрәп арыным тейең бит.
— Ә-әй, әттәгенәһе! Эшләп ҡуйһаң ҡана һуң. Һинән шәбе булмаҫ ине.
Ир менән ҡатын бөгөн ирешмәй-талашмай ғына тамамланы көнөн. Күптән, бик күптән булмағанса...
Автор:
Читайте нас