Тышта көндәр матурайғандан матурайҙы. Өйҙәге хәлдәр ҙә шул сама үҙгәрҙе. Ҡарты майлаған кеүек булды ла ҡуйҙы был арала Сәйҙәнең. Әйткәнде лә, әйтмәгәнде лә эшләй. Элекке һымаҡ юҡҡа ирешмәй, екеренеп йөрөмәй. Хәҙер уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, ураған һайын сәйгә ултырыр булып алдылар. Күптән икеһе ике бүлмәлә ятҡан булһа, бер көн бабайы “күңелһеҙ” тип күсеп килеп тә ҡуйҙы әле. Үҙгәрҙе, ысынлап үҙгәрҙе, алыштырып ҡуйған кеүек булды. Улай тиһәң, Сәйҙә лә үҙгәрмәне түгел. Аш бүлмәһендә йышыраҡ ҡыбырлай башланы, икмәкте лә хәҙер һатып алмай, үҙе бешерә. Йүткереүенән дауалап алғайны, һуңғы мәлдә “аяғым тартыша” тигәнгә лә бер әмәл табып тәрбиәләй әле. Бик килешә үҙенә. Май кеүек иреп китә лә: “Һинән ҡалдырып бер көн дә тотмаһын инде, әбей” - тип ебәрә. Шундай мәлдәрҙә Сәйҙәнең намыҫы ҡыҫып-ҡыҫып ала. Ул бит анау иргә ошо бабайын яманлап һөйләй. Ысынында хәҙер бер ҙә генә насар түгел бит ҡарты. Киреһенсә, унан һәйбәте юҡ һымаҡ. Эйе, ҡуй, етәр, ул әҙәм менән башҡа һөйләшмәҫкә кәрәк, тип уйлай. Ул да булдымы эш! Бабайы белеп ҡалһа, йәнен алыр.
Шулай хәл итте лә, телефонындағы теге һандарҙы юйып ташланы ҡатын. Ярай әле ней исемен, ней кемлеген белмәй. Кәрәге лә юҡ! Шылтыратып бәлән ҡуйһа, ҡабат һөйләшмәйем, үҙ ирем, үҙ донъям бар, ваҡытым да юҡ, былай килешмәй ҙә тип әйтер. Әммә теге ир ҙә башҡаса шылтыратманы. Сөнки ул да шулай хәл иткәйне.