

Тыш-пыш килеп һаман йүгергән ҡыҙыҡай йәл булып китте. »Бир ҡулыңды!»- тип һөрәнләгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Гөлниса ҡулын һуҙыуы булды, ике-өс малай бер юлы ҡалай өҫтөнә һөрәп тә алдыҡ. Ул арала трактор ауылдың берҙән-бер төп урамын үтеп, иҫке ферма яғына боролдо.
Хәҙер ошо бәләкәй тауҙы менеп етһә, ул тиҙлеген арттырасаҡ та теге яғына ҡара урман китә.Ошонан ары барғаныбыҙ ҙа юҡ беҙҙең, берәм-һәрәм һикерешеп бөтәбеҙ гел.Был юлы ла шулай булды: “Кем аҙаҡ, шул ҡаҙаҡ!”, - тип бер-беребеҙҙе төрткөсләп, эткесләп йомшаҡ ҡарға һикерештек.
Гөлниса ғына тороп ҡалды... »Һикер!Һикер тиҙерәк!», - тиһәк тә, ҡыҙыҡай ҡалайҙың уртаһына сүкәйеп ултырҙы ла ҡуйҙы. Үҙе бер нәмә лә өндәшмәй. Трактор үргә менеп тә етте, ҡап-ҡара төтөнөн борҡолдатып, тиҙлеген арттырғандан – арттыра башланы. Кемуҙарҙан уның артынан йүгерешкән малайҙар арып, берәм-һәрәм тороп ҡала башланы. Шамил менән икебеҙ ике яҡтан: «Гөлниса! Һикер, еңдең бит! Еңдең, әйҙә, һикер,ҡурҡма, ҡар йомшаҡ бит, бер ерең дә ауыртмаҫ. Төш, алйот, төшөп ҡал!» - тип ҡыҙарып-бүртенеп һөрәнләштек. Ҡыҙыҡай ҡалайҙың ҡап уртаһына суҡайып ултырып китте лә барҙы…Беҙ, ахыры, уға ҡул һелтәп тороп ҡалдыҡ.
- Һы, тәки иң шәбе булмаҡсы инде. Харап икән, берәү иң алыҫҡа бара, - тип һөйләнде Фәнис, танауын мырш-мырш тартып.
Ул арала артта тороп ҡалған малайҙар ҙа килеп етте.
- Үәт әй, ҡайҙа тиклем барыр икән?
- Сиртте бит танауға, малайҙар, уҙҙырҙы был беҙҙән...
- Әй, малайҙар ғына ярышабыҙ!..Ҡыҙыҡайҙар ҡушылмай, белдеңме? Әле бергә уйнатҡас та рәхмәт әйтһен әле...
-Хәҙер тракторист ағайҙар күреп ҡалһа, төшөрөп китә ул...
Малайҙар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә геү килделәр.Тиктормаҫ Шамил:
-Кем иң алда “Батша” тауына барып етә, шул уйынды башлай! – тип һөрәнләп тә ебәрҙе, үҙе әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән уҡ кеүек алға йомолдо.Малайҙарға шул ғына етте, Гөлниса тураһында шундуҡ онотоп, терһәктәре менән бер-береһен юлдан ситкә этә-этә, уның артынан саптылар.Мин аптырап бер алға, бер артҡа боролоп ҡараным.Трактор, ауылдан апаруҡ алыҫлашып, ҡара нөктәгә әйләнеп бара ине.Хәҙер, анау боролошҡа етһә, бөтөнләй күҙҙән юғаласаҡ.Нишләргә икән? Ҡыҙыҡайҙы көтөргәме-юҡмы?
-Искәндә-ә-әр! Әйҙә, ҡалма!..
Фәнис шул арала минең эргәһендә юҡлыҡты күреп тә ҡалған.Беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ генә түгел, малайҙар ҙа “Ишәй менән Ҡушай” тип йөрөтәләр.Беребеҙ ҡайҙа, икенсебеҙ шунда булабыҙ.Әй ҙә, килер әле үҙе...Гөлнисаны әйтәм дә...Ҡайһы берҙә шул тиклем йәнде көйҙөрөп ташлай ул.Малай булһа, күптән иманын уҡытып алырға ла күп һорамаҫ инек, ҡыҙҙарға ҡул күтәреп булмай шул.Саптым Фәнис артынан. Мин иң аҙаҡҡы булып килеп еткәндә тау башында Шамил батшалыҡ итә ине.
-Был тауға кем хужа?
-Иң шәп йүгерек Шамил батша!
Бәләкәй тауҙың иң түбәһенә тороп алған да ҡалғандарҙы тәгәрәтә һуғып тик тора.Унда-бында ҡарҙа борхаланып ятҡан малайҙар аяҡҡа баҫыу менән күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй тағы үргә ынтылалар.Уйынға әүрәп кис еткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Апайым ҡапҡа тышына сығып:
-Искәндәр, хәҙер үк ҡайт! Өйгә эшеңде эшләмәнең! - тип һөрәнләмәһә, тағы әллә күпме йөрөр инек. Тыңларға тура килде.
Алан-борхан киске тамаҡ ашап алыуға, Гөлнисаның әсәһе килеп инде.
-Атаҡ, һин дә өйҙәһең, бөтәһен дә йөрөп сыҡтым, береһе лә ҡыҙымды күрмәгән.Искәндәр, һин ҡайҙа икәнен белмәйеңме?
Минең йөрәк “жыу” итеп китте...Уйынға әүрәп Гөлниса бөтөнләй баштан сыҡҡан! Ыҡ-мыҡ иттем...Башҡа малайҙар һатмағанды, мин әйтеп тормайым инде.Күҙҙе лә йоммай:
-Юҡ, бөгөн беҙҙең менән уйнаманы ул, - тигәнемде һиҙмәй ҙа ҡалдым.Әсәһе миңә шикле генә ҡарап өндәшмәй сығып китте.Апайым һиҙмәй буламы һуң, ыңғай күҙемә ҡараны ла:
-Алданыңмы? Көндөҙ генә һеҙҙеке менән Гөлнисаның да тауышы бик көслө сыға ине, - тимәһенме!
Мин башымды дәфтәремә нығыраҡ эйҙем, йәнәһе, ваҡытым юҡ, күрмәйеңме, өйгә эш күп. Юҡ-бар һорауҙарың менән башымды ҡатырма...Үҙем эстән генә, нисек һиҙҙермәй генә өйҙән шылырға икән, тип баш ватам.Әҙерәк ултыра биргәс,
-Башҡорт теленән өйгә эш яҙып алмағанмын икән.Тиҙ генә Фәнискә барып һорап киләм, - тип арлы-бирле кейендем дә урамға атылдым.Артымдан апайымдың:
-Тағы юғалһаңмы?... Дәрестәреңде лә эшләп бөтмәнең, оҙаҡлама! Әтеү атайға ошаҡлайым, - тип ҡысҡырғаны ғына ишетелеп ҡалды.
Елдерҙем Фәнистәргә. Ҡаршыла ғына йәшәй ул.Бармаҡтарҙы ауыҙға тығып әсе итеп һыҙғырыуым булды, тәҙрәлә ялп итеп башы ла күренде. Мин уға тиҙерәк сығырға ҡушып ҡул болғаным.
- Гөлниса ҡайтмаған даһа!..
-Беләм, әсәһе беҙгә лә инеп сыҡты.
-Әйттеңме ҡайҙа икәнен?
-Юҡ, антым-шантым бына.Алдашһам, тешем төшһөн!
Дуҫым шартына килештереп баш бармағы менән алғы тештәренә һуғып алды.
-Нишләйбеҙ, әй?
-Әйҙә, һин теге остан малайҙарҙы йый, мин был яҡтыҡыларҙы сығарам. Шунан кәңәш-төгәш итербеҙ. 20 минуттан ауыл осонда осрашабыҙ...
(Дауамы бар.)
Мәҙинә Йәғәфәрова.
Фото архивтан.