

Кешенән күрмә яңылышты,
Иң элек үҙең уйлан.
Ул бит һинең яңылыштарың,
Булаһы, тимәк, булған.
Киләсәккә алып барма,
Ҡалһын улар үткәндә.
Яңылыштарың ғибрәт булыр,
Киләсәкте көткәндә.
ҠУШЫМТА:
Үпкәләмәгеҙ яҙмышҡа,
Үпкәләмәгеҙ һис тә.
Бик күп тәрән серҙәр ята,
Күңел түрендә, эстә.
Үпкәләмәгеҙ яҙмышҡа,
Ул яҙмыш бит һинеке.
Үткәндәрең, киләсәгең,
Түгел әллә кемдеке.
Шашҡан хистәргә юл бирмә,
Аҡыл үлсәүенә һал.
Бик ауырлыҡ булғанда ла,
Дөрөҫлөк юлында ҡал.
Һәр бер ҡылғандарың өсөн,
Иң элек һин яуаплы.
Бары тик, бары үҙеңдән,
Эҙләй күр һин яуапты.
Бер ҡасан әйләнеп ҡайтма,
Ебәргән яңылыштарға.
Уңышһыҙ булған көнөңдө,
Һылтама яҙмыштарға.
Гүзәлиә көйө, Гөлфиә Шакирова һүҙҙәре.
Айҙар Ғәлимов репертуарынан.