Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
24 Февраль , 01:05

Һөйөнсө

Искәндәргә дүрт йәш тулып бишенсеһенә китте.

ҺөйөнсөҺөйөнсө
Һөйөнсө

Искәндәргә дүрт йәш тулып бишенсеһенә китте. Ҙурайҙы инде хәҙер, өйҙәгеләрҙең ҡул аҫтына инде. Апайы менән ағайы кемуҙарҙан йомош ҡуша башланылар. Әммә малай ҙа шилмалай белә! Уларына яуап әҙер: ”Әкиәт уҡыһағыҙ ғына эштәйем”, - тип кенә ебәрә! Шул тиклем уҡығыһы килә лә ул, тик белмәй генә!

Өйҙәренә сағыу төҫлө һүрәтле, яңы ғына буяу еҫтәре сығып торған ҡалын-ҡалын гәзит-журналдарҙы күпләп алдыралар.”Гәзит апайҙың” ҡасан алып килеүен көтөп ала алмайҙар.Ул күрше ауылдан аҙнаһына өс тапҡыр ғына килә шул.Урамда күренеү менән иң тәүҙә Сөмбөл апайы, уның артынан ҡалмаҫҡа тырышып Искәндәр кемуҙарҙан «Гәзит апайға» ҡаршы йүгерәләр.

Апайы өлгөрөрәк барыбер, һәр саҡ гәзиттәрҙе алданыраҡ эләктерә.Ни тиһәң дә, икенсе синыфта уҡып йөрөй.Ҡустыһы бер алдына, бер артына сығып инәлә, улай ғына килеп сыҡмаһа, мыжый башлай.Инде лә еңә алмаһа, иң һуңғы “ҡоралын” ҡуллана – күп тапҡырҙар һынап ҡарағаны бар, уның илауына ҡаршы бер кем дә тора алмай.Сөнки ул - ғаиләләрендә төпсөк малай.Ағайы шуға ла гел генә “Һин – төпсөк, төпсөк бит әлүк!”, - тип үсекләй.Ә атаһы: “Мине ҡартайғас көтә торған кинйәкәүем бит ул”,- тип ярата.

Сөмбөл апайы ла Искәндәрҙе бигерәк иркәләтә, илатмай ғына алып йөрөтә.Бына әле лә, ул мыршылдай ғына башлағайны, шунда уҡ гәзиттәрҙе ҡулына ла тоттора һалды.
- Ярай, бөгөн өйгә һин алып ин, тик бысратып ҡуйма, ергә төшөрөп ебәрмә.Ҡара уны, йыртып ҡуйма, - тип ҡабат-ҡабат киҫәтергә онотманы.Хәс тә әсәһеме ни!

Улар бер-береһен баҫтырышып, тындары ҡыҫылып, ыһылдығы сығып ҡайтып инделәр.Ишек төбөндә Искәндәр, йөҙөнә серле ҡиәфәт сығарып, ҡулдарын артҡа йәшертте лә:
- Һөйөнсө!Һөйөнсө! - тип сабырһыҙланып ҡысҡырып ебәрҙе.
- Нимә булды?
Аш-һыу бүлмәһенән ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә әсәһе килеп сыҡты, төп яҡта дәрес әҙерләп ултырған ағайы һонолоп ҡараны.
- Һөйөнсө!
- Һөйөнсөңә бер самауыр сәй!
- Әй, атыу әйтмәйем...Шикалад бирһәң, әйтәм!
Әсәһе йылмайып балаларға ҡараны.
- Ярай, ярай, сәй янына мәмәй булыр.Әйт инде, балам!
- Пушта килде!
- Ур-ра-а-а! Төп яҡтан Азат ағайы йүгереп килеп сыҡты.
- Минең “Аманатым” бармы?
- Ә миңә “Йәншишмә” килгән, лә-лә-лә!

Сөмбөл ҡустыһының ҡулынан ҡалын төргәкте алып тағата ла башланы.Әсәһе алъяпҡысын сөйгә элде лә төп яҡҡа ыңғайланы.
- Ҡана, миңә иң беренсе “Йәшлекте” бирегеҙ ҙә ҡалғандарын өҫтәлгә һалығыҙ.Тиҙ генә күҙ йүгертеп сығайым да кисен рәхәтләнеп уҡырбыҙ.Ҡара уны, атайығыҙҙың район гәзитенә тейеп ҡуймағыҙ, хәҙер эштән ҡайтһа таптырыр.

Һәр кем үҙ гәзитен алып урындарына таралышты.Искәндәр генә аптырап бүлмә уртаһында тороп ҡалды.
- Ә миңә кем уҡый ҡысҡырып?
Әсәһе уға төҫлө һүрәтле, ялтырап торған тышлы, әле һаман буяу еҫтәре сығып торған матур бер журнал тотторҙо.
- Бына һинең үҙеңдең журналың килгән, “Аҡбуҙат” тип атала.Әлегә һүрәттәрен ҡарай тор.Аҙаҡҡараҡ бушағас, әкиәттәрен ҡысҡырып уҡырбыҙ.
Искәндәр ҡыуана-ҡыуана журналын алып ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты.Бөгөндән башлап уның да үҙенең журналы булды, үәт!

Мәҙинә Йәғәфәрова.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас