Икебеҙ ике яҡҡа йән-фарман елдерҙек кенә. Барыбер малайҙарҙы теүәл генә йыйып булманы, көнө буйы сама белмәй уйнағас, ҡайһыларын ата-әсәләре эшкә ҡушҡан, ҡайһылары дәрес әҙерләй ине. Дүрт кенә ҡорҙаш аптырашып урам уртаһында торһаҡ, ферма яғынан тигеҙ генә геүләү ишетелде. Ҡолаҡтар “ҡарп” итеп ҡалды.
-Теге трактор! Яңы саҡ ҡайтып килә!..
-Нимә булды икән?Ҡалай оҙаҡлаған?..
-Әйҙә, барайыҡ әле, бәлки, уларҙан һорарғалыр, ә?..
Ҡаршы атлап оҙаҡ та барманыҡ, ҡараңғылыҡ пәрҙәһен йыртып көслө ут күҙҙе сағылдырҙы.Беҙ юлдың ситенә төшөп көтә башланыҡ, үҙебеҙ ҡул күтәрәбеҙ.Оло аҙау эҫкерт таҡҡан трактор пырх-пырх килеп эргәнән үтеп китте.
- Күрҙеңме, кабинала Гөлниса ултырғанын?..
- Ысынмы?..
- Әйҙә, тиҙерәк булығыҙ!..
Һөрәнләшә-һөрәнләшә трактор артынан саптыҡ, кемуҙарҙан ҡалайға шыуҙырып ултыртылған эҫкерттең артына тығылышып һикерҙек.Трактор көсәнә-көсәнә барҙы ла Гөлнисалар яғына боролған юл сатында туҡтаны, беҙ тракторист ағайҙар күрмәҫ борон тип, дүртебеҙ дүрт яҡҡа көрткә һикереп төшөп ҡастыҡ.Кабина асылды ла унан тәүҙә күрше ауылдағы Азамат апа һикереп төштө, ҡулын һоноп Гөлнисаны күтәреп ергә баҫтырҙы.
- Ҡыҙым, үҙең ҡайтып етерһеңме?Ҡурҡмайһыңмы?
- Юҡ, апа.Өйөбөҙ бынауында ғына ла.
- Атай-әсәйең юғалтҡандыр инде, көйһәләр, әйт, Азамат апа әрләмәҫкә ҡушты, тиген.Һинең менән барып хәлде аңлатыр инем дә, ҡабаланам.Былай ҙа яҡты күҙҙә бесәнде алып ҡайтып өлгөртөп булманы.
- Рәхмәт, апа.
Гөлниса ҡайтыу яғына йүгерҙе.
- Гөлниса! Гөлниса!..
- Ҡайҙа йөрөнөң, әй! Хәҙер әсәң һыҙыра бит инде.
- Вись беҙҙекеләрҙе йөрөп эҙләп сыҡты.
Ҡыҙыҡай беҙҙе үсекләп телен сығарҙы.
- Үәт, мин иң аҙаҡҡа, Салауат савхузына тикдем барҙым бит әлүк!..
- Алдама! Унда тиклем барһаң, күптән сосулкаға әйләнер инең! - тип еңеште Фәнис.
- Ә мин кабинала барҙым...Тракторист апалар мине ауылдан 6-7 километр киткәс кенә күреп ҡалды.Тәүҙә эй әрләнеләр, ҡайтарып ебәрергә булып киттеләр.Шунан мин:”Яңғыҙ ҡайтырға ҡурҡам, юлда бүре ашаһа”, - тип юрамал илаған булдым....Ахыры, үҙҙәре янына кабинаға ултыртып алдылар, термостан ҡойоп сәй эсерҙеләр әле.Көнө буйы улар менән йөрөп ҡайттым, үәт!.. Хатта ҡыҙыҡ булды!..
- Әһә, хәҙер ҡыҙыҡты өйҙә күрһәтерҙәр әле, - тип үсәгән төҫлө әйтеп ҡуйҙы кәйефе төшкән Фәнис.
- Ә мин өйгә инеү менән ыңғай атайым янына барып ултырам...Унда әсәй мине әрләй алмай, атайым мине барыбер һуҡтырмай ҙа, әрләтмәй ҙә...Үәт, ә барыбер мин еңеүсе булдым бит әлүк!..Иртәгә үк командаға төп уйынсы булып сығам, үәт!..
Гөлниса беҙҙе үсекләп телен сығарып күрһәтте лә йүгереп ҡайтып китте.Фәнис минең бер алдыма, бер артыма сығып ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүен дауам итте.
- Улай дөрөҫ түгел, ивет!..Хәрәмдәшә Гөлниса, беҙ малайҙар ғына ярышабыҙ, ҡыҙҙар ҡушылмай, ивет!..
Бер ни ҙә өндәшмәнем.Әйткән һүҙ – атҡан уҡ инде, егетмен тигән кеше бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләп тормаҫ бит.
Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.
Фото архивтан.