Көнгәк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
27 Февраль , 08:05

Барыһы ла үткәндәрҙә

Ауылдарҙа етем йорттар,Хәтерләтә бала саҡты.Үкенестәр ҡасан туҡтар,Һаҡламаныҡ шул усаҡты.

Барыһы ла үткәндәрҙә
Барыһы ла үткәндәрҙә

Ауылдарҙа етем йорттар,
Хәтерләтә бала саҡты.
Үкенестәр ҡасан туҡтар,
Һаҡламаныҡ шул усаҡты.

Өлгөләрҙе һырлап, юнып,
Тупһаларҙы ҡырып йыуып,
Атай-әсәй донъя көткән;
Ҡапҡаларҙа беҙҙе көткән.
Көтә-көтә көтөк булып,
Ғүмерҙәре үтеп киткән.

Һайрай микән һандуғастар,
Ауылымда айлы кистә.
Барыһы ла үткәндәрҙә,
Барыһы ла булды кисә.

Ауылдарҙа етем йорттар,
Тәҙрәләрҙә һүнгән уттар.
Тоҡандырһам шул уттарҙы,
Әрнеүҙәрем минең туҡтар.

(Фәнис СИРБАЕВ)

https://vk.com/beauty_blog19

Автор:
Читайте нас