Тормош — аш бүлмәһе кеүек ул, ҡыҙым, һәм унда һәр ваҡыт нимәлер бешә. Ә һин шунда, булдыҡһыҙ хужабикә кеүек, һауыт-һаба тирәләй бөтөрөнәһең инде. Сөнки тормоштоң әҙер рецептары юҡ. Семтекләп уныһын-быныһын һалған булаһың, ә нимә килеп сығырын белмәйһең. Тел йоторлоҡ тәмле булып бешһә — ҡыуанысыңдың сиге булмай. Ҡайһы саҡ әсе лә булып ҡуя, йә тоҙо етмәй, йә үтә татлы... Йә көйгән, йә бөтөнләй сей була. Ундай саҡтарҙа йәшәүҙең йәмен тапмай китәһең. Һәр ваҡыт бөтә нәмә лә уңып ҡына бешмәй тормош тигән аш бүлмәһендә...
Йәшәү дәрте тип атала ул утын. Һәм тағы: күңел өҫтәлең киң булһын, уның тирәләй бер буш урын булмаһын. Башҡаһы бүстәк, онотола...