Көнгәк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Март , 06:05

Кемдеңдер – берҙән-бере

Аһ, тәнемде тикшерәләр:«Тәне ни ҡара инде!»Бөтәһенә аҡ тимәгән,Ҡара ла бара инде!

Кемдеңдер – берҙән-бере
Кемдеңдер – берҙән-бере

Аһ, тәнемде тикшерәләр:
«Тәне ни ҡара инде!»
Бөтәһенә аҡ тимәгән,
Ҡара ла бара инде!
Ҡай берәүҙәр: «Йыуан!» – тиҙәр,
Йыуан булһа, ни булған?!
Мине бал-майҙа йөҙҙөргән
Хәләлем, тимәк, уңған!
Аһ, йөҙөмдө тикшерәләр:
«Юҡ унда ҡуйы керпек!»
Керпеге ҡуйы түгел, тип,
Ҡасмайҙар әле өркөп!
Күҙҙәрем бәләкәй, тиҙәр,
Хурлайҙар, бөлдөрәләр.
Күҙҙәр бәләкәй булһа ла,
Кәрәккәнен күрәләр...
Ҡаштар ҙа йолҡонмаған шул,
Ептәй нәҙек ҡалдырып,
Сәстәрҙе лә бөтмәгәнмен
Көйҙөрөп тә яндырып.
Тырнаҡтар ҙа оҙон түгел,
Шүрәлеләр көнләшкән!
Ә шулай ҙа бар ул миңә:
«Матурым!» – тип өндәшкән...
Һеҙгә ямаҡ күренһәм дә,
Ултырам әле эре:
Мин кемдеңдер ҡараҡайы,
Мин кемдеңдер йомшаҡҡайы,
Кемдеңдер – берҙән-бере!

Зөлфиә Ханнанова.

https://vk.com/vatandash_journal

Автор:
Читайте нас