Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
6 Март , 05:59

ТЕЛҺЕҘЛЕК

Ҡыҙыҡмы ул, ҡыҙғанысмы -

ТЕЛҺЕҘЛЕКТЕЛҺЕҘЛЕК
ТЕЛҺЕҘЛЕК

Балаң телһеҙ ҡалыуы,
Үҙ телендә һөйләшмәүе,
Үҙ телен аңламауы.

Башҡортса йырҙар юҡмы ни
Үҫеп килгән быуынға?
Юҡ, йырҙар күп, тик балалар
Туған телдән һыуына.

Ә быға кем ғәйепле һуң?
Бала түгел ғәйепле.
Балаһын өйрәтмәгәнгә
Ата-әсә ғәйепле!

Туған телдән биҙҙерәләр
Ғаризаларын яҙып,
Эх, шул атай-әсәйҙәрҙе
Ҡайышларға бер ярып.

Ниңә һуң балаңдың теле
"Мама" тиеп асыла?
"Әсәй" тигән наҙлы һүҙҙән
Ниңә йыраҡ ҡасыла?

Бик күп башҡорт балалары
Ғүмергә телһеҙ ҡалды,
Үҙ балаһын үҙ әсәһе
Телһеҙ итеп ҡалдырҙы.

Ней башҡорт, ней урыҫ түгел
Тел белмәгән балалар,
Хет үсек, хет һин үсекмә,
Улар маңҡорт булалар.

Үҫтерҙең һин ғаиләңдә
Телһеҙ, моңһоҙ маңҡортто,
Үҫтерергә тейеш инең
Рухлы, ҡотло башҡортто!

Һинең балаң мәхрүм ҡалды
Милләтебеҙ теленән,
Үкенһәң, үкенмәһәң дә,
Ваҡыт ҡайтмай киренән.

Эх һин, әсә... Үтәмәнең
Иңеңдәге бурысты,
Уйлан, һин бит ғаиләңдең
Иң ахырғы башҡорто.

Файҙа бармы тамаҡ ярып
"Мин башҡорт!" тиеүеңдән,
Башҡортлоғоңдо танырбыҙ
Ейән-ейәнсәреңдән.

Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә.

Автор:
Читайте нас