Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
7 Март , 07:00

"Ҡал" тигәндә,ҡалманым шул

"Яр өҫтөндә тал ине"... Зөлфиәнең шиғыры йөрәктең һәр ҡылына ҡағылып, үткәндәргә алып ҡайтҡандай тойола. Уҡып ҡарағыҙ әле, көслө яҙылған, эйеме?!

Ун һигеҙҙә булдым микән,
Күңелем – иләҫ-миләҫ.
Әй буйҙарына килгәйнек,
Торналар ҡайтҡан, тигәс.

Бөгөнгөләй хәтеремдә:
Яр өҫтөндә тал ине.
Кемдер берәү: “Китмә!” – тигәс,
Һүҙһеҙ генә ҡал ине...

Тик бит минең йүләр сағым:
Бер илайым, бер көләм.
“Ҡал!” – тиһә лә, китеп барҙым
Торналар тубы менән.

Их, торналар, ниңә шул саҡ
Яһанығыҙ өсмөйөш?!
Сит яҡтарҙа әйтте бер ҡыҙ:
“Һинең йәр миңә тейеш!”

Шау яра булды күңелем,
Үкенескә ҡалмаһын:
“Торайыҡ, торайыҡ!” – тиһәләр ҙә
Йүнләп тора алманым,

Хәсрәт йөкмәп ҡайттым кире –
Ҡайҙа ағас тал тигән?
Бер кем дә юҡ: “Һөйәм!” – тигән,
Бер кем дә юҡ: “Ҡал!” – тигән ...

 Зөлфиә ХАННАНОВА

"Ҡал" тигәндә,ҡалманым шул
"Ҡал" тигәндә,ҡалманым шул
Автор:
Читайте нас