Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
7 Март , 02:05

Һау бул!

Һау бул, ҡышым.Аһ, ҡыштарым,аҡ ҡыштарым -Китәң инде.

Һау бул!Һау бул!
Һау бул!

Һау бул, ҡышым.
Аһ, ҡыштарым,
аҡ ҡыштарым -
Китәң инде.
Яратһам да хушлашыр мәл
Еткән инде.
Үпкәләмә, көтәм мин дә
Бөгөн яҙҙы.
Тик яҙҙарым алып килер
Йылы... Наҙҙы.
Тотороҡло түгел тимә
Минең хистәр.
Аһ, ҡыштарым, аҡ ҡыштарым
Мине кисер.

Онотмайым биттәремдән
Үпкәнеңде,
Күңелемде яҡтылыҡҡа
Күмгәнеңде.
Һинең менән үткән оҙон
Төндәремде,
Наҙға һаран, ҡырыҫ ҡыҫҡа
Көндәреңде...

Һағынырмын һине йәйҙең
Селләһендә,
Тынды ҡурып, ҡыуан елдәр
Иҫкәнендә...
Ә әлегә хушлашайыҡ,
Аппағым.
Яҙҙарымды ҡосағыма
Алайым.

Гөлзифа Исрафилова.

https://vk.com/ataysalgazeta

Автор:
Читайте нас