Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
7 Март , 03:05

Иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Күңелдәр ҡорғаҡһып ярылғанКешегә ышаныс кәмегән.Рухымдың бар сағы һынғаныЙөрәктең әрнетеп янғаны...

Иҫән-һау ҡайтығыҙ!Иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Күңелдәр ҡорғаҡһып ярылған
Кешегә ышаныс кәмегән.
Рухымдың бар сағы һынғаны
Йөрәктең әрнетеп янғаны...

Ни булды, ниҙә һуң сәбәбе
Өҫ бөтөн, тамаҡтың туҡ сағы
Йәнемдә юҡ та һуң тыңғылыҡ
Ер йөҙөнән китте тыныслыҡ.

Ирәүәнлек һеңгән булмыштар
Нур балҡытҡан йөҙлө таныштар
Ышаныслы баҫҡан белештәр
Ҡайҙа һеҙ?.. Йөҙҙәрҙә һағыштар...

Ниңә һуң таралмай болоттар
Ҡындарҙан һурылмай ҡылыстар
Тынмайҙар һаман да шартлауҙар
Ҡайтмайҙар уландар, ҡайтмайҙар...

Атайһыҙ үҫәләр ейәндәр
Көтәләр егетен йәш ҡыҙҙар
Һағына ирҙәрен ҡатындар
Өйөнә ҡайтһындар яугирҙәр.

Ҡайтығыҙ уландар ҡайтығыҙ
Өҙөлөп һағынды йәрегеҙ.
Иҫән һау әйләнеп ҡайтығыҙ
Башҡортостан тыуған ерегеҙ.

Сәстәре салланды әсәнең
Һағыштар уртлаған әсенән
Устары китмәйҙер түшенән
Күҙҙәре сыланған йәшенән.

Иҫән һау ҡайтығыҙ яугирҙәр
Тыныс килһен әле ал таңдар.
Ҡосаҡта иреһен ҡатындар
Һөйөүҙән балалар тыуһындар .

Иҫән һау ҡайтығыҙ уландар...
Гөлдәр әбей.

https://vk.com/club186982060

Автор:
Читайте нас