Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
8 Марта , 02:05

Алтмыш йәште үткәс...

Алтмыш йәште үткәс,Һағыштарым өткәс,Үҙем менән үҙем аңлаштым.Уйҙар буранынаЯҙмыш ҡойононаИңрәй-иңрәй инеп аҙаштым.

Алтмыш йәште үткәс...Алтмыш йәште үткәс...
Алтмыш йәште үткәс...

Алтмыш йәште үткәс,
Һағыштарым өткәс,
Үҙем менән үҙем аңлаштым.
Уйҙар буранына
Яҙмыш ҡойонона
Иңрәй-иңрәй инеп аҙаштым.

Әйтелмәгән һүҙҙәр,
Тик йәшләнә күҙҙәр,
Рәнйеүҙәрҙән ҡатты был күңел.
Башың эйеп бөгөл,
Һәммәһенә түгел.
Уйланмаһаң йәшәү еп-еңел...

Хаталарҙы барлап,
Уҙғандарҙы айҡап,
Йомғаҡлайым үткән ғүмерҙе.
Йолҡоп алып булмай,
Өрһәң дә һис һүнмәй,
Йөрәгемдә янған күмерҙе.

Алтмыш йәште үткәс,
Һағыштарым өткәс,
Үҙем менән үҙем аңлаштым.
Уйҙар буранына
Яҙмыш ҡойонона
Иңрәй-иңрәй инеп аҙаштым.
Гөлдәр әбей.

https://vk.com/club186982060

Автор:
Читайте нас