Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
8 Март , 09:00

ӘБҮБӘКЕР (Мостай Кәрим)

– Һинән оялып ҡына өндәшмәй үтте ул, үҙе былай алсаҡ ҡатын, – тип төшөндөрҙө Әбүбәкер. – Мине үҙ күрә. Исеме уның Ғәшиә. Зәңгәр күлдәк уның үҙенеке түгел, әхирәте Шәмсинурҙыҡы. Учалыға барып ҡайтҡансы ғына алып торғандыр. Әле шунан ҡайтып килә. Атаһыҙ тыуған балаһы өсөн аҡсаға барғандыр бөгөн – көнө шул. "Атайһыҙ" тип ни, атаһы бар ҙа, теге нәмәкәй ата ҡаҙ булып сыҡты. Ауылдың арғы осонда ике өйҙә тағы ике балаһы бар. Алды ла айырҙы, алды ла айырҙы кәләште. “Мин – ҡан ҡойған фронтовик. Имею право!” – ти. Ҡан ҡойған, ә тәнендә яраның эҙе лә юҡ. Мөхитдин исемле шул берәҙәк хәҙер Белорет яғында йөрөй. Мәрйә бисәгә йортҡа кергән, ти. Оҙаҡ тотмаҫ мәрйәһе, тиҙ ҡыуып сығарыр ул аҙғынды. Әйтерһең, бер ул ғына һуғышҡан. “Имею право...” Үҙе һөйләй, үҙе уң аяғының баш бармағы менән ер соҡой. Уйы кинәт нимәгәлер башҡаға күсте, ахырыһы. Ул яй ғына урынынан торҙо. – Ғәйепкә алма, дуҫ, мин китәм инде. Олатайым урмандан ҡайтыуға аш бешереп ҡуйырға кәрәк, беҙ уның менән икәү генә донъя көтәбеҙ. Атайым һуғыштан ҡайтманы. Инәйем төнәге йылды, яңы иренә эйәреп, Ташкент яғына сығып китте. Етеп килгән һылыуымды ла үҙе менән алды. Инәйемдән былай һылыуымды һағынам, йәлләйем. Инәйемдең эргәһендә ире бар, ә һылыуымдың берҙән-бер ағаһы ана ҡайҙа тороп ҡалды...

Берәүҙәр уны төптө алйотҡа һанай, икенселәр "алла бәндәһе", ти. Әммә рәнйетергә, кәмһетергә баҙнат итмәйҙәр. Мин үҙем уға аныҡ ҡына баһа бирә алмайым, тик йыш ҡына хайран ҡалам.

1950 йылдың йәйен мин ғаиләм менән сихри Өргөн күле буйындағы ауылда уҙғарҙым. Ул төбәктең теге саҡтағы хозурлығы һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел ине. Заманында, ҡулыма ҡәләм алып, ошо яҡтың илаһи матурлығын, шул матурлыҡтың тылсымлы ҡеүәтен тасуир итергә тырышып ҡараным. Һәләтем етмәне. Кире һүрелдем. Ул мөһабәт тамашаны тик күрергә, тыңларға, тойорға ғына мөмкин.

Килеүебеҙгә бер-ике көн уҙғандырмы, үҙебеҙ йәшәгән өйҙән сығып, күл яғына йүнәлдем. Урам тын. Кеше заты күренмәй. Халыҡтың күбеһе бала-сағаһы менән урман яғында бесән эшләй. Төҙөк кенә йорттоң ҡапҡа төбөндә терәүҙәре ергә ҡағылған эскәмйәлә ултырған кешегә тап булдым. Сәйерерәк тойолдо был әҙәм. Бер ҡараһаң, ул 15–16 йәшлек үҫмергә оҡшаған. Бер ҡараһаң, 25-тәр тирәһендәге ир затына тартым. Иң тәүҙә уның арыҡлығы күҙгә ташланды.

Туҡталмай ғына сәләм бирҙем:

– Һаумыһығыҙ!

– Һаубыҙ әле, — тине, башын саҡ ҡына миңә табан бора биреп, – аяҡтарың талһа, ултыра һалып кит, абзый, – ул бер яҡҡа шыла төштө. Эскәмйәнең бушаған өлөшөн ус төбө менән һыпырып алды. Аяҡтарым талмаһа ла, саҡырыусының һүҙен кире ҡаҡманым.

– Ашығыс сәфәрем юҡ, – тинем. – Ишеткәнһеңдер, моғайын, мин Әбүбәкер булам.

– Беләм, – тинем, ысынын әйттем. Минең хужабикәм Ҡобра апай ниндәй уңай менәндер уны телгә алғайны.

– Был минең өйөм түгел, – ул башы менән ишара яһаны, – комбайнсы Ғайсаныҡы. Минеке күлдең анау ерендә, ярҙың итәк осонда ғына ултыра.

Мин, йәнәһе, һиҙҙермәй генә тегене баштан-аяҡ күҙем менән ҡапшап сыҡтым. Өҫбашы таҙа ғына. Кепканың козырегы бер аҙ ҡалтая төшкән.

– Был шау яланаяҡ йөрөй икән тип уйлама тағы. Көндәр ҡоро саҡта ғына шулай йөрөйөм мин. Итек табаны туҙа, аяҡ табаны йөрөгән һайын нығый ғына. Бысраҡта ла, һалҡында ла өҫтөрәргә кирза итегем бар. Кепканы айыусы Яппар һыйлағайны. Мөгөҙө элек үк шундай кәкре ине.

Тәү тапҡыр ул миңә күтәрелеп ҡараны ла һорай һалды:

– Төнөн нисек йоҡланың?

– Былай һәйбәт.

– Юғиһә, яңы ерҙә йоҡо төрләнеүсән була. Илтабандағы апайымдарға барһам, төнө буйы йөрөп сығам. Йоҡо алмай.

– Һин дә һораманың, мин дә әйтмәнем. Үҙем менән таныштырманым бит әле.

– Беләбеҙ. Төнәге Вәзир тигән малай мәктәп дәреслегенә төшөрөлгән һүрәтеңде кешеләргә күрһәтеп йөрөнө. Унда һине табаҡ бит, ябалаҡ баш итеп яһағандар. Ирендәрең дә, быйма олтаны ише, яман ҡалын. Былай үҙең хатта әҙәмсә икәнһең.

– Нимә эшләп яңғыҙың сит ҡапҡа төбөндә ултыраһың?

– Күл эргәһендә бигерәк аулаҡ. Эс боша. Һыуҙағы балыҡтар менән һөйләшеп булмай бит инде. Бында, исмаһам, һирәк-мирәк булһа ла, кеше уҙа.

Тап ошо ваҡыт ҡаршылағы ихатала, нескә сағыу тауыш сығарып, тауыҡ ҡытҡылдарға кереште.

– Әлифә ҡарсыҡтың себеш тауығы йомортҡа һалып төштө. Ҡалай маҡтанып хәбәр тарата, әйтерһең, йоҙроҡ дәүмәле алтын тапҡан. Йомортҡаһы уның әстрхан сәтләүегенән ашмаған. Төнәге Әлифә әбей тәүге йомортҡаһын миңә һыйланы. "Хәйер итеп түгел, һөйөнсө итеп бирәм", – тине. Мин үҙем саҙаҡа алмайым. Мулла түгелменсе. Ғәрип-ғөрәбә лә түгелмен. Хәйер алып ҡына йәшәп булмай. Беҙ олатайым менән дуға бөгөп, сана яһап, мал табабыҙ. Ҡайын туҙынан төрлө һауыт-һаба әтмәләйбеҙ. Йәнә балыҡ тотабыҙ. Һөнәрһеҙ түгелбеҙ былай. Тик армияға ғына эләгеп булманы.

– Нишләп улай?

– Төнәге, үҙемдең тиҫтерҙәремә эйәреп, Учалыға һалдатҡа ҡаралырға барғайным. Саҡырылмай килһәм дә, сисендереп ҡаранылар, ауыҙыма тимер ҡалаҡ һабы тығып, телемде ҡапшанылар. Арҡама, күкрәгемә түңәрәк башлы торба терәп, тынымды тикшерҙеләр. Үлсәүгә баҫтырып ауырлығымды үлсәнеләр. “Йәшең дә еткән, буйһының да килешкән, тик үтә сибекһең, ауырлығың етешмәй. Ауыр мылтыҡ яурыныңды баҫыр”, — тип алмай ҡайтарҙылар.

Йәнә төнәге... Мин ирекһеҙҙән уның һүҙен бүлдерҙем.

– Нишләп ул бөтә нәмәгә "төнәге" лә "төнәге" тиһең?..

– "Төнәге" ул – үткән ғүмер. Бер көн әүәлме, бер йыл әүәлме – барыбер төнәге. Үткән дә киткән... Утын арбаһына ала ат еккән бер әҙәм беҙ әңгәмәләшкән арала, кордон яғынан сығып, арғы урамға уҙҙы. Ул үрәсәгә аяҡтарын һәлендереп ултырған. Башы бер эйелә, бер ҡалҡына. Бушаҡ дилбегәһен ҡулына урап тотҡан. Аты ҡабаланмай ҙа, үшәнләмәй ҙә, бер көй атлай бирә. – Урман ҡараусы Фәсхетдин был, – тип хәбәр һалды Әбүбәкер, – кордондағы әшнәһе Ягурҙан ҡайтып килә. Ярайһы бәлтерәгән. Йөҙөмбикәһенә эләгә икән бөгөн.

– Башҡорттоң йүнһеҙе саҡ ҡына эсеп алһа, бисә туҡмай. Ниңә туҡмағанын үҙе лә белмәй, – тигән булдым. Йәнәһе, тәрән һығымта яһаным.

– Юҡ, Фәсхетдин йүнһеҙ түгел. Ғәҙел әҙәм. Ысын урмансы, ниңә туҡмағанын да яҡшы белә. Сәбәбе бар...

Тегенең тел төбөндәген асыҡларға тырышып, мин ныҡышҡан булдым:

– Әҙәм рәнйетеү өсөн күп кәрәкмәй, имеш-мимеш, буш ғәйбәт етә.

– Ғәйбәт йөрөтөү булыр тип һөйләмәҫкә ине лә, һиңә әйтмәй булмай... Төнәге... Өсөнсө йылда... Бығаса остоҡ та яманаты сыҡмаған Йөҙөмбикә мәсхәрәгә ҡалды. Анау куних Алтынов... Уның фамилияһы ғына Алтынов. Үҙе өс тин баҡырға ла торорлоҡ бәндә түгел. Арғы тау яғындағы кәбән артында Ҡуян Сәлим Йөҙөмбикә менән Алтыновтың өҫтәренә барып сыҡҡан, имеш. (Көртмәле ваҡыты ине). Ул Сәлимдең ҡушаматы – алап ауыҙ. Алап ауыҙҙан таралды ана шул ҡулһыҙ-аяҡһыҙ хәбәр. Йөҙөмбикә иренән танмаған: “Аҙғынлыҡтан да, яратыуҙан да түгел был ҡылған ҡылығым, тик бары бүтән ирҙе һынамаҡтан булды”, – тип әйткән. Хәҙер икенсе йыл инде ире ныҡ ҡына эсеп алһа, ҡатынын һынамаҡлай. Ҡатыны һынатмай. Илгә сығып, һөрән һалмай.

– Йыш туҡмаймы?

– Ю-ю-юҡ... Йыш түгел. Эсһә лә, йылына өс-дүрт тапҡыр ғына эсәлер. Айыҡ саҡта бисәһен маҡтап туя алмай. “Һин алтыным”, “һин көмөшөм”, “һин ҡарлуғасым”, “һин һандуғасым”, “һин бешкән алмам” тип һайрай. Ярамһаҡланып әйтмәй, ихлас әйтә. Кешеләр шулай һөйләй. Алмаһы бешеүен бешкән дә, саҡ ҡына ҡорт тишкән. Быныһын мин әйтәм.

– Йөҙөмбикә тиһеңме әле, ул һуң туҡмалыуға нисек түҙә?

– Түҙә инде. Бер рәхәттең бер ҡыйыны була ул. Рәхәтен күргәс, ҡыйынына сыҙамай ни сара? Сыҙай инде. Ирәмәл ҡоралайы ише үҙе, шундай һомғол... “Ирем ҡулы тейгән ерем тамуҡта янмаҫ, – тип әйтә, ти. – Ҡулым һынһа, еңемә йәшерәм, башым тишелһә, яулығым менән ҡаплайым”, — тип әйтә, ти. Мин уларҙың икеһен дә йәлләйем. Бер рәхәт арҡаһында күпме ыҙа сигәләр...

ӘБҮБӘКЕР  (Мостай Кәрим)
ӘБҮБӘКЕР (Мостай Кәрим)
Автор:
Читайте нас