

Кешеләрҙә төрлө яҙмыш:
Бар уның абынғаны,
Тура юлдан барғандары,
Байлыҡҡа табынғаны.
Тығын йортта йәшәһә лә
Киң күңелле берәүҙәр,
Ә шул йортта күмәк бала,
Бер-беренә терәүҙәр!
Һарайға тиң йорт төҙөүҙе
Кемдер берәү хуп күрә,
Ҡоймаһын бейек уратып,
Ҡапҡаға йоҙаҡ элә.
Байлыҡ ҡыумай, риза булып,
Барына шөкөр ҡылып,
Тиҫтә йылдар ғүмер юлын
Үҙемсә үтәм һыҙып.
Килгәндәрҙең барыһына
Ҡапҡа асыҡ, юҡ йоҙаҡ,
Бер ниндәй хәйлә ҡормайым,
Ҡуймайым кәртә-тоҙаҡ.
Изге Рамаҙан айында
Доға-теләгем ошо:
Тартып алма ҡулдарымдан
Зинһар, бәхетем ҡошон!
Люциә Фазлиәхмәтова.
https://vk.com/club173566611