

Әсә була белдем дә ул,
Әсәй була белдемме?
Балаҡайҙарыма тигеҙ
Өлөш бүлә белдемме?
...Биш тулғағым аҙабынан
Биш үлеп, биш терелдем.
Оя ташлар мәлегеҙ еткәс,
Биш янып, биш һүрелдем.
Минең хыял - өмөттәрем,
Дәртем һеҙгә күстеме?
Аҡ ҡына алғыштарымдан
Күңелегеҙ үҫтеме?
Йән йылыһы, күңел наҙым
Етерлек булды микән?
Күҙ нурҙарым юл ҡараһын
Үтерлек булды микән?
Балам - йәнемдең дауамы,
Аңланым йәшәй - йәшәй.
Әсә була белдем кеүек.
Була белдемме Әсәй?
Таңһылыу Вәлиева.