

Өҙөлдө лә төштө
Аҡ ҡайындың
Ыуыҙ ғына йәшел япрағы.
Ҡапыл ҡалҡҡан елгә тарыны ла
Кәйелеп кенә ергә ятманы.
Ысҡынды ла төштө таңғы ысыҡ
Аҡ тажынан нәфис сәскәнең.
Ҡапыл ғына ҡалҡҡан елгә тарып,
Ҡара ташҡа бәрелеп, сәсрәне.
Әйләнде лә төштө
Көнбағыштың
Ҡояш кеүек һары ҡалпағы.
Ҡапыл ҡалҡҡан елдә теткеләнеп,
Ергә һибер еме ҡалманы.
Айырылды ла китте барған юлдар,
Ҡапыл ҡалҡҡан елдәр сыуалтып.
Әйләнер ҙә хәтерҙе юйырмы
Тарихтың әле йәш быуаты?
Һырт һөйәге һынып, йыуашайыр,
Ҡапыл ҡалҡҡан елдәр бер тыныр.
Өҙөлөп тә бөткәндәр ялғаныр,
Бер ҡөҙрәт бар - зәхмәтте тыйыр.
Таңһылыу Ҡарасурина.