...Һорамағыҙ тол ҡатындар хәлен...
Күҙҙәренә бары ҡарағыҙ.
Үтә микән берәй көнө уның
Алмайынса күңел яраһын?
...Һорамағыҙ тол ҡатындар хәлен...
Түгелеп тә китәр күҙ йәше.
Өлөшөнә төшкән нужаларҙың
Һурпалары, ай-һай, бик әсе.
...Һорамағыҙ тол ҡатындар хәлен...
Хәлгенәһен уның кем аңлар.
Сеңләп кенә түккән аһ-зарҙарын
Ҡара төндә бары ел тыңлар...
...Һорамағыҙ тол ҡатындар хәлен...
Мәҙинә Йәғәфәрова.