

Кемдеңдер үҙәккә үтерлек итеп сеңләп илауына уянып китте Гүзәл. Хәйерһеҙ, әллә теге бесәй балаһы шулай илаймы икән? Ҡайһы бәғерһеҙе аҙаштырып киткәндер, алты йәшлек ҡыҙы урамдан тотҡан да алып ингән. Өйҙәре ауылдың иң ситендә булғас, шуныһы ҡыйыныраҡ: ауылдаштары артыҡ-мортоҡ бесәй балаларын да, эт көсөктәрен дә алып килеп ташлай ҙа китәләр. Ә балалары бигерәк нескә күңелле, йәлләүҙән йөрәктәре өҙөлә – өйгә ташыйҙар. Бына был бәләкәс кенә йөн йомғағын да ах-ух килеп тәрбиәләнеләр: өс йәшлек улы арҡаһынан һыйпап үҙенсә йыуатты, ҡыҙы йүгереп кенә һыуытҡыстан һөт алып килде, инде үҙен еткән егеткә һанай башлаған етенселә уҡып йөрөгән ағайҙары, тыштан эҙләй һалып, бушаған һут һауытын алып инде, үткер бәкеһе менән төбөн ҡырҡып, бына тигән һөт һауыты яһап бирҙе. Етмәһә, бәләкәс туғандарын үҙенсә шелтәләп алырға онотманы: «Теләһә ниндәй һауытҡа һөт ҡоймағыҙ, бына ошо булыр бесәйҙеке». Тик балалары йән атып торһа ла, бесәй балаһы мейес алдына ултыртҡан һөтөнә әйләнеп тә ҡараманы, мөйөштән мөйөшкә ямаҡай мыяулап йөрөүөн белде.» Бес-бес-бес-бес-бес», - тип уның бер алдына, бер артына сығып саҡырған ҡыҙының күҙҙәренә йәш тулып китте, иларҙай булып бесәй балаһын күкрәгенә ҡыҫты, иркәләп башынан һыйпаны. «Әсәһен эҙләй был», - тип һығымта яһап ҡуйҙы ағайҙары.
…Сеңләү тынманы. Инде ул үкһеп-үкһеп илау тауышына әйләнде. Ҡапылғара йоҡоһонан айнып, күҙҙәрен аса алмай ятҡан Гүзәлдең зиһенен йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтте: «Әсәйем!»
- Уй Аллам, ҡалай йоҡлаған да киткәнемсе, - тип ғәйепле төҫ менән йәнтәслимгә ырғып тороп ултырҙы, уранып ятҡан дебет шәлен бер яҡҡа атып бәрҙе. Өйөндә йоҡлап ята тип, ҡайһылай онотолоп киткәнсе. Һуң ул ике көнгә ҡунаҡҡа тип кенә ҡайтып, ҡапыл әсәһенең ауырып киткәнлеген дә, «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыртып уны дауаханаға алып килеп һалғанлығын да иҫенән сығарған, имеш… Инде тиҫтәләгән йылдар эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауырыуҙарҙың улай ҙа, былай ҙа борғоланып аунауынан пружиналары бушап бөткән, төбө иҙәнгә етә яҙып эйелеп киткән иҫке карауат шағыр-шоғор итеп ҡалды. Гүзәлгә ул «Сабыр-сабыр», - тиеп ишетелде. Йәш ҡатын ашығып дөбөр-шатыр карауатынан ырғып тороуы булды, ҡаршылағы карауатта ятҡан әсәһе күҙен асты.
Илау тауышы был мәлгә инде шым ғына шыңшыуға күскәйне. Аптыранған Гүзәл, ҡабаланып барып, ҡалтыранған ҡулдары менән утты яндырып ебәрҙе. Көслө яҡтылыҡҡа күҙе сағылып, бер килкем асалаҡ-йомалаҡ булып торғандан һуң, күҙ алдына асылған күренештән шаҡ ҡатты. Кисә кис кенә уларға бүлмәләш итеп индерелгән әбей, бөтә түшәк-яҫтығын йомарлап иҙәнгә төртөп төшөргән, өҫтөндәге кейемдәрен сисеп берәм-һәрәм унда-бында ташлаған да илай-илай ҡаҡ карауатта кесе ярау итә ине…
Гүзәл шаҡ ҡатып иҫен йыя алмай торҙо, унан уңайһыҙланып ҡына әбейҙең иҙәндә сәселеп ятҡан эске кейемдәрен йыя башланы. Ярты кәүҙәһен фалиж һуҡҡан был инәйҙең уң аяғы менән ҡулы бөтөнләй хәрәкәт итмәй ине, нимә һөйләгәне лә аңлашылмай. Телен көрмәлтә-көрмәлтә ниҙер әйтергә маташып ҡарай ҙа, ахыры, булдыра алмай, көлөмһөрәгән булып ҡул һелтәй. Әле иһә уның һыҡтау ҡатыш ни мөңгөрләгәнен бөтөнләй төшөнмәне Гүзәл. Эске күлмәген көс-хәл менән тартып-һуҙып кейҙергәс, баянан бирле ҡаш төйөп ҡарап ятҡан әсәһе хәлһеҙ тауыш менән: «Ҡуй, ҡыҙым, булышма, бар, шәфҡәт туташын саҡыр ҙа ҡуй. Улар өйрәнеп бөткән бит инде», - тине.
Тоноҡ ҡына яҡтыртылған коридор буйлап барғанда ла әбейҙең илаулай-илаулай үҙ алдына нимәлер һөйләнгәне ишетелде. Дежур шәфҡәт туташы серем итеп киткән, ахыры, Гүзәлгә байтаҡ ҡына туҡылдатып торорға тура килде. Хәлде төшөнгәс уныһы, башынан һыпырылып төшөп барған яулығын төҙәтә-төҙәтә, һуҡранып алдан төштө.
- Ай әттәгенәһе, таяғын төнгөлөккә алып йыйып ҡуйғайным шул. Әтеү төн уртаһы тимәй, таң һарыһы тимәй, торбаға шатыр-шотор һуғып саҡыра ла ултыра. Бөтә балнисты уятып бөтә.
Гүзәл, сәйерһенеп ни әйтергә лә белмәй, шым ғына уның артынан эйәрә бирҙе. Йәш ҡатын иһә, уны тыңлаусы бармы-юҡмы, һаман һөйләнде: «Өйҙә теге алкашы йоҡтарға хут бирмәй, бында – былары теңкә ҡорота». Шул килеп ингән ыңғайы әбейгә тотоноп китте.
- Тағы ла миңә эш яһаныңмы? Төнө буйы убыр кеүек тығынаһың да, шунан ҡарауылла һине.
- Һы, һыңҡ-һыңҡ…
Мәҙинә Йәғәфөрова.
(Дауамы бар).