Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
10 Март , 01:05

СЫҢРАЙ - СЫҢРАЙ ОСА ТОРНАЛАР

Ерҙән бара кеше, күккә баға -Унда - ҡөҙрәт, аҡ өмөт, хыял.Төпһөҙ күккә, йондоҙло асманғаСыңлап торған донъябыҙ һыя -Йәшел генә түңәрәк оя.

СЫҢРАЙ - СЫҢРАЙ ОСА ТОРНАЛАРСЫҢРАЙ - СЫҢРАЙ ОСА ТОРНАЛАР
СЫҢРАЙ - СЫҢРАЙ ОСА ТОРНАЛАР

Ерҙән бара кеше, күккә баға -
Унда - ҡөҙрәт, аҡ өмөт, хыял.
Төпһөҙ күккә, йондоҙло асманға
Сыңлап торған донъябыҙ һыя -
Йәшел генә түңәрәк оя.

Шундай камил яратылған донъя -
Сүп тиклем дә артыҡ нәмә юҡ.
Аяҡ аҫты - бәрәкәтле тупраҡ,
Баш осонда - көмбәҙле ҡыйыҡ.
Тик сама бел, һикермә туйып.

...Ҡара эсле, ҡара үсле бәндә!
Кемдән тыуҙың, әҙәм аҡтығы?!
Вәхшилеккә кәртә булалмаймы
Сабыйың күҙ йәше паклығы,
Әсәң һөткәйенең аҡлығы?

Күпме әсә бөгөн күккә баҡҡан,
Мөлдөрәмә хәсрәт күҙҙәре.
Кейек ҡаҙҙар булып осоп үтте
Шәһит киткәндәрҙең шәүләһе.
Юҡ шул донъяларҙа үҙҙәре...

Сыңрай - сыңрай оса аҡ торналар:
- Афәт башы ерҙә - кешелә.
Күбәләктәй йәндәрҙең күк көлө,
Йырып та сыҡҡыһыҙ ҡайғы булып,
Ап -аҡ ҡар өҫтөнә түшәлә.

Таңһылыу Вәлиева.

 

Автор:
Читайте нас