Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
12 Март , 03:05

Тамсы булып тамһаҡ...

Ҡыҙыҡ ҡына килә быйыл яҙҙар,Тамсы тама, буран ҡотора,Ҡыйыҡтарҙан шаулап һыуҙар аға,Ел - дауылы ҡуба оторо...

Тамсы булып тамһаҡ...Тамсы булып тамһаҡ...
Тамсы булып тамһаҡ...

Ҡыҙыҡ ҡына килә быйыл яҙҙар,
Тамсы тама, буран ҡотора,
Ҡыйыҡтарҙан шаулап һыуҙар аға,
Ел - дауылы ҡуба оторо...

Әллә инде беҙҙең ҡылыҡ - фиғел,
Тәбиғәттә шулай сағыла,
Елдәй булып ҡапыл ярһыйбыҙ ҙа,
Әсе йәштәр шунан һығыла...

Беҙҙең байрам килеп етте инде!
Яҙ һулышы йәшәү йәменән,
Гәлсәр йәштәр менән ҡояш нуры
Ҡоролғандыр ҡыҙҙар ғәменән.

Яҙ байрамы ҡотло булһын, дуҫтар,
Гөлдәр шаулап сәскә атһындар,
Тынысланһын инде илем күге,
Ир - егеттәр имен ҡайтһындар.

Тамсы булып тамһаҡ, Ер йәшәрер,
Елдәр булһаҡ, осор мүп - сары,
Ни ҡылһаҡ та, беҙгә килешә бит,
Иҫән булайыҡсы ни бары.

Тик тәртәнән, берүк, ысҡынмайыҡ,
Иман, тәүфиҡ ташлап китмәһен,
Ғәзиз йәндәр булһын имен - аман,
Бер Хоҙайым мәхрүм итмәһен!

Рузидә Үтәшева - Кәримова.

Автор:
Читайте нас