Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
12 Март , 01:05

Яҙҙарым

Яҙҙарым менән яңырам,Йәшәрәм яҙым менән.Ҡосоп ҡына алырҙаймынДонъяны наҙым менән.

ЯҙҙарымЯҙҙарым
Яҙҙарым

Яҙҙарым менән яңырам,
Йәшәрәм яҙым менән.
Ҡосоп ҡына алырҙаймын
Донъяны наҙым менән.

Яҙ ҡояшы – ҡарашымда,
Яҙ нурҙары алҡамда.
Яҙым сың-сың итеп ҡала
Ҡуш беләҙек таҡҡанда.

Яҙҙың тәүге биҙәктәре –
Шау сәскәлә күлдәгем.
Талпынып та ҡуйыуҙарым
Аҡҡошмо ни күлдәге!

Яҙҙар һис кенә һуңламай,
Яҙҙар һәр саҡ мәлендә.
Яҙҙар - ярһыу йөрәгемдә,
Яҙҙар - наҙлы йәнемдә.

Һәр тарафтан аңҡый ана
Яҙ тыны, яҙ моңдары.
Яҙҙарҙа донъя яп -яңы,
Яҙҙарҙа мин – өр-яңы!

Яҙ килде тип, наҙ килде тип
Сәләмдәр таратыуым!
Яҙҙарым менән яңыра
Тормошто яратыуым!
Айзилә Мортаева.

Автор:
Читайте нас