

Күктән төшөрөлгән беҙгә
Изге Ҡөрьән.
Күңелеңде асып ҡына
Уны өйрән.
Бик сауаплы ғәмәл була –
Тот ураҙа.
Хатта уны тотҡан төҫлө,
Күрсе, Ай ҙа.
Ҡайһы берәү зәкәт түләр...
Һиңә иртә.
Әйҙә, намаҙға баҫайыҡ,
Ваҡыт етә!
Саф йылғала ҡойондора
Бит ул намаҙ.
Зикер ҡылһаң, көсөң артыр,
Түгел бер аҙ.
Хажи, хажиә булырбыҙ,
Хаждар ҡылһаҡ.
Был ғәмәлдәр – барыһы ла
Фарыз.
Бел, хаҡ!
Диндең биш терәген беләм,
Һис онотмам.
Ете быуын бабам рухын
Һис ҡоротмам.
Иман, ураҙа, биш намаҙ,
Зәкәт һәм хаж.
Үтә!
Кейгәндәй булырһың
Бәхеттән таж.
Рәшиҙә Шәмсетдинова шиғыры.
Сығанаҡ: https://vk.com/ufa_barakat