

Быйылғы ҡыш үтә зәһәр булды,
Зәңгәрләнеп туңды күктәре.
Ҡыш яфаһын анау һоро турғай
Беҙҙең менән бергә күтәрҙе.
Нисә тапҡыр, туңып, ергә ауҙы,
Хәл эсендә булды хәлдәре.
Нисә сығып, нисә керҙе йәне...
Һоро турғай!
Ҡоштоң хәтәре...
Беҙҙән былай зарығып, яҙҙы көттө,
Көтә белгәс, бына килтерҙе.
Ун дүртенсе мартта төш еткәндә,
Тәү тамсыны татып, иҫерҙе.
Иҫерҙе лә йырлап ебәрҙе был,
Осоп ҡунғас тәҙрә һырына.
Эй йырлай ҙа!
Ләкин бисараның
Ҡолаҡ һалыусы юҡ йырына.
Ә бер аҙҙан йылы елдәр иҫте,
Яландарҙы ҡарҙан ҡотҡарып.
...Әҙер яҙға килгән сыйырсыҡты,
Кәпәс сөйөп, шул саҡ ҡотланыҡ...
М. Кәрим
Сығанаҡ: https://vk.com/ilhamiyatai