

Уйлай инем: ҡатын-ҡыҙ алдында
инде хәҙер төшмәм мәлйерәп,
тәжрибәм бар, тиеп.
һине күргәс,
селпәрәмә килде тәжрибәм.
Селпәрәмә килде мин-минлегем.
Нишләттең һин мине, нишләттең?
Ҡайҙа булды минең үҙ иркемә
буйһондорор көсөм-ҡөҙрәтем?
Бер ҡарауың булды шуҡ йылмайып
(ирендәрең ине бал ғына),
сәскәһенә ҡунған бал ҡортолай,
осоп барҙым үҙем алдыңа.
Тороп ҡалдым үҙем ҡамауында
һин һөйкөмлөкәйҙең, һин йәштең.
Ғорур башым менән бер мәжнүнгә
әйләндем мин — бына нишләттең!
Мәжнүн заманы был түгел дәһә
(һиҙмәй ҡалдым нисек булғанын).
Килдеңме әллә миңә һин ул яңы
бер Ләйләһе булып донъяның?
Рафаэль Сафин