Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
17 Март , 03:05

ЯҘ

Яҙ - һәҙиә,Яҙ - хажиә,Гүйә, Мәккәнән тылсым!

ЯҘЯҘ
ЯҘ

Яҙ - һәҙиә,
Яҙ - хажиә,
Гүйә, Мәккәнән тылсым!
Хуш еҫенән
Зәм -зәм һыуын
Эскәндәй булам,ысын!

Яҙ - һәҙиә,
Яҙ - хажиә
Доғаһы шифа - ҡөҙрәт!
Яҙҙың сафлығына иҙрәп
Аҙан әйтә Күк хәҙрәт!

Яҙ - һәҙиә,
Яҙ - хажиә,
Күңел дауалар аят.
Һары, бөҙрә толомона,
Һомғол, нескә буй -һынына,
Собханалла, машалла тип,
Ҡарағыҙ, берүк, аяп!

Айзилә Мортаева.

https://vk.com/beauty_blog19

Автор:
Читайте нас