

I вариант
Әсә-атаға хөрмәт бөтөр,
Балаларҙан шәфҡәт китер,
Туғандарҙан рәхим китер-
Бына шундай заман етер.
Дин ғилемен уҡыу бөтөр,
Мәжлестәрҙе вайран итәр,
Ғалимдарҙан салма китер-
Бына шундай заман етер.
Ир балала ғәйрәт бөтөр,
Ҡатын-ҡыҙҙан хая китер,
Балаларҙан өмөт бөтөр-
Бына шундай заман етәр.
Биналары бейек булыр,
Эсе тулы йыһаз булыр,
Дин доньяһы боҙоҡ булыр-
Бына шундай заман етәр.
Ғалимдары вәғәз һөйләр,
Кайһы берҙәре ғәйбәт һөйләр,
Әҙәм хәүеф менән үлер-
Бына шундай заман етер.
Атайһыҙ бала күбәйер,
Фәхишлек, зина күп булыр,
Мәсеттәрҙә уйын булыр-
Бына шундай заман етер.
Гөнаһты һис тә белмәҫтәр,
Биш ваҡыт намаҙ ҡылмаҫтар,
Заман ҡәһәрен белмәҫтәр-
Бына шундай заман етер.
Бала-саға барыр алдан,
Хаҡлыҡ бөтөр, тулыр ялған,
Ғәвәм халҡы бары ла аҙған-
Бына шундай заан етер.
Донъяларҙан йәмдәр китер,
Бәндәләрҙән хая китер,
Балаларҙан рәхим бөтөр-
Бына шундай заман етер.
Әсә-атаға ғиззәт бөтөр,
Балаларҙан шәфҡәт китер,
Туғандарҙан рәхим бөтөр,
Бына шундай заман етер.
Ҡатын-ҡыҙҙар хужа булыр,
Хәмер эсер, зина ҡылыр,
Бәндәләрең зәғиф булыр-