II вариант
Доньяла иман бөтөр, халыҡ ҡарар уңға-һулға,
Изге ғәмәл һис ҡылмаҫтар малдары күп булғанға.
Әсә-атала хаят бөтөр, балаларҙа шәфҡәт бөтөр,
Туғандарҙан рәхим бөтөр, бына шундай заман етер.
Биналары бейек булыр,эсе тулы зиннәт булыр,
Доньяһы боҙоҡ булыр, бына шундай заман етер.
Ҙур-ҙур биналар һалырҙар, ашығып унда барырҙар,
Эсеп ғауға ҡуптарырҙар, бына шундай заман етер.
Йәшәүҙәре нәүбәт менән,хеҙмәттәре сәғәт менән,
Ризыҡтары үлсәү менән, бына шундай заман етер.
Яҡшыларға юл асмаҫтар, ямандарға һүҙ ҡатмаҫтар,
Әхирәт тип һис әйтмәҫтәр, бына шундай заман етер.
Машиналар сабып торор, ҡайһы берҙәре ауып торор,
Халыҡтары үлеп торор, бына шундай заман етер.
Әсә-ата ҡарап торор, балалары хөкөм итер,
Ни булғанын һис кем белмәҫ, бына шундай заман етер.
Үҙ туғанын танымаҫтар, хәлен барып һорамаҫтар,
Сит кешене дуҫ күрерҙәр, бына шундай заман етер.
Йәндәре һис тыныс булмаҫ,тәндәрендә сихәт булмаҫ,
Ҡайҙа нишләрен белмәҫ,бына шундай заман етер.