Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
20 Март , 15:00

Мөнәжәттәр

             

МөнәжәттәрМөнәжәттәр
Мөнәжәттәр

III вариант

Уҡыуҙары нәүбәт менән,

Хеҙмәттәре сәғәт менән,

Ризыҡтары үлсәү менән-

Бына шундай заман етер.

Тәндәре һис сәләмәт булмаҫ,

Йәндәре һис тыныс булмаҫ,

Ҡайҙан килгәнен белмәҫтәр-

Бына шундай заман етер.

Фәҡир булһа бирә алмаҫ,

Арыу булһа күрә алмаҫ,

Теле ғәйеп һөйләп арымаҫ-

Бына шундай заман етер.

Шундай донъяға алданып,

Ғүмерҙәре үтеп китер,

Әжәл ваҡыты килеп етер-

Бына шундай заман етер.

Донъялыҡта йәмдәр бөтөр,

Халыҡ китер уңға-һулға,

Изге ғәмәл һис ҡылмаҫтар,

Бихисап мал булыр ҡулда.

Зур-ҙур биналар һалырҙар,

Ашығып унда барырҙар,

Эсендә ғауға ҡорорҙар-

Бына шундай заман етер.

Ир-ҡатындар хәмер есер,

Төрлө уйындар ҡорорҙар,

Ислам динен оноторҙар-

Бына шундай заман етер.

Кафыр кейем кейерҙәр,

Мине күрһендәр тиерҙәр,

Тәғамдың барын йыйырҙар-

Бына шундай заман етер.

Баҙарҙар ҙа осһоҙланыр,

Ямғырҙар ҙа һирәк яуыр,

Хәрам ашауҙар күп булыр,

Бына шундай заман етер.

Халыҡ әһле көслө булыр,

Хәйләкәр әҙәм күп булыр,

Дин эйәһе ғажиз булыр-

Бына шундай заман етер.

Балалары түрә булыр,

Ҡатындары солтан булыр,

Һәм ирҙәре ҡолдар булыр-

Бына шундай заман етер.

Автор:
Читайте нас