Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
21 Март , 03:05

Бәлки...

Берәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындыр,Бәғзеләргә саҡматаштай ҡатымындыр.Сабып килгән ярһыу атты туҡтатырҙай,Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатынмындыр...

Бәлки...Бәлки...
Бәлки...

Берәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындыр,
Бәғзеләргә саҡматаштай ҡатымындыр.
Сабып килгән ярһыу атты туҡтатырҙай,
Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатынмындыр...

Сит – яттарға, бәлки, боҙҙай һалҡынмындыр,
Һөйгәнемдең ҡосағында ялҡынмындыр.
Сабыйыма ғүмер бүләк иткән өсөн
Иң ҙур һөйөүгә лә, бәлки, хаҡлымындыр.

Күп осраҡта үтә лә бер ҡатлымындыр,
Һәр ваҡытта тик дөрөҫлөк яҡлымындыр.
Уйландырып, мәңге бошмаҫ күңедәрҙә
Ҙур бер усаҡ тоҡандырыр сатҡымындыр!

Был донъяға мөхәббәттән хасилмындыр,
Кемгә - баҡыр, кемгә, бәлки, алтынмындыр.
Күп осраҡта ирҙәр кеүек ныҡ булһам да,
Наҙлы гөлдәй нәзәҡәтле ҡатынмындыр.
“Йәнем”, тиеп табыныуға хаҡлымындыр!

Тәнзилә ЙӘНТИЛИНА.

 

Автор:
Читайте нас