Бейештек беҙ таҡмаҡ әйтә-әйтә,
Мәрйен итеп ҡыҙҙар теҙҙе генә.
Шулар һаман сыңлай йыһанымда,
Оялаған күңелем үҙәгенә.
Гармунсыбыҙ ҙа шул таҫыл ине,
Беләктәре нисек талмағандыр.
Кемдең генә күңеленә үҙе
Өмөт ҡатыш һағыш һалмағандыр.
Көй оттомо беҙҙән һандуғастар,
Һуғарылдыҡ беҙме моңдарынан,
Ғаләмдәрҙең арғы яҡтары ла
Илһам һөҙҙө Наҡаҫ буйҙарынан.
Һағына микән беҙҙе ауыл төнө?
Йөрөр ине бейеп арабыҙҙа.
...Бер геүләтеп алайыҡмы әллә?
Һирәгәйеп кенә барабыҙ ҙа...
Тамара Ғәниева.