Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
23 Март , 08:05

Изге тупраҡ

Асфальттарҙы сүкеп йөрөй-йөрөйОсҡон сыға яҙа күҙемдән.Тыуған тупраҡ!Ялан аяҡ ҡынаБер үтәйем әле үҙеңдән.

Изге тупраҡ
Изге тупраҡ

Асфальттарҙы сүкеп йөрөй-йөрөй
Осҡон сыға яҙа күҙемдән.
Тыуған тупраҡ!
Ялан аяҡ ҡына
Бер үтәйем әле үҙеңдән.

Ирек һөйгән осҡор башҡорттарҙың
Йәндәй күргән изге еркәйе.
Олатайҙар рухын табанымдан
Йөрәгемә тиклем илт әле!

Атай-әсәй иген иккән тупраҡ,
Һиндә бит ул бөтмәҫ бәрәкәт.
Атайҙар – һин, һин уландар, тиеп,
Алғанһығыҙ күпме йәрәхәт.

Гонаһтарым булһа, бөтөр кеүек,
Ҡосағыңа ятып йоҡлаһам.
Изге тупраҡ!
Һине бар тип тойһам,
Мин йәшәүҙән мәңге туҡтамам.

Тамара Ғәниева.

Автор:
Читайте нас