Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
24 Март , 06:05

Мине ҡояш ҡосаҡлай!

Тауҙар әле ҡар эсендә, Тауҙар әлегә йоҡлай. Минең генә күңелкәйем,  Бер моңло сыйырсыҡтай!

Мине ҡояш ҡосаҡлай!
Мине ҡояш ҡосаҡлай!

Тауҙар әле ҡар эсендә,

Тауҙар әлегә йоҡлай.

Минең генә күңелкәйем, 

Бер моңло сыйырсыҡтай!

Эй, моңланған була инде,

Йырлай ҙа, илай - һыҡтай.

Әйтерһең мин иртәләгән

Бер моңло сыйырсыҡтай!

Әле бурандар тынмаған,

Әле ерҙә - боҙлауыҡ.

Иртә яҙҙарҙа моңланыу,

Минең өсөн бер зауыҡ.

Әйтерһең мин иртәләгән

Бер моңло сыйырсыҡтай.

...Өшөйҙөр тип, уйламағыҙ,

Мине ҡояш ҡосаҡлай!!!

Рамай Ҡаһиров.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас