Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
24 Март , 08:05

Страдивари

Күптәр өсөн ил уҙаманы иҫәпләнгән ағай түңәрәк юбилейы уңайынан мәртәбәле табынына саҡырҙы.

Күптәр өсөн ил уҙаманы иҫәпләнгән ағай түңәрәк юбилейы уңайынан мәртәбәле табынына саҡырҙы. Ер аяғы ер башынан әллә күпме бәҫле ҡунаҡтар килгәйне. Оло банкет залы лыҡа тулы. Йырһыҙ-моңһоҙ табын булмай, филармониянан саҡырылған йырсы, бейеүселәргә ҡушылып Анастасия исемле ҡыҙ ҡунаҡтарҙың үтенесен үтәп бер нисә тапҡыр скрипкала уйнаны. Иҫ китмәле шәп уйнай ине ул, күп популяр йырҙарҙы, классик әҫәрҙәрҙе юғары һөнәри кимәлдә, еренә еткереп башҡарҙы. Һуңынан асыҡланыуынса ул бер ниндәй ҙә музыка мәктәбендә уҡымаған, әлеге көндә бына ошолайтып эш хаҡы таба, ғаилә аҫрай, йәнәһе лә.
Һауа һуларға сыҡҡайныҡ яныма таныш булмаған олпат кәүҙәле ир килде лә ҡул биреп күрешеп танышҡандан һуң ҡыҙыҡһынды:
- Әгәр яңылышмаһам, һеҙ яҙыусы шикелле?
- Яҙыштырам шунда.
- Бына әле, анау скрипкала уйнаусыны тыңлап, хисләнеп ултырҙым-ултырҙым да
беҙҙең ауылда булған бер ваҡиға иҫкә килеп төштө. Тыңлаһағыҙ, кәрәк тип тапһағыҙ, һөйләйем, ошо тарихҡа берәй фәһем өҫтәп, яҙып та сығарырһығыҙ, бәлки.
- Яҙырҙан алда тыңлап ҡарайыҡ хәтирәгеҙҙе.
Бер яҡ ситкәрәк барып баҫтыҡ.
- Әхтәри исемле бер зәғиф кеше хаҡында әйтерем. Төҫкә - башҡа Квадзимодонан ары китмәгән ине ул.
- Виктор Гюгоның көмрөһө менән сағыштырһағыҙ ҙа улай уҡ ҡарағыһыҙ булмағандыр ҙа ул?
- Ысынлап та саманан ашырамдыр, шулай ҙа йөҙө, буй-һыны шәптән түгел ине уның.
Яңы танышым сигарет сығарып тоҡандырҙы.
- Йәш сағында ер һөрөп йөрөгәндә төнәп китеп тағылмалы трактор һабанының аҫтында ҡалған Әхтәри ағайҙың төбөнән һынған бото аҙаҡтан сатанға ҡалдырған, сикәһендәге тәрән яра уңалғандан һуң ҡабаҡтары тартышҡан күҙе ҡырын ҡарай, бите урынында йылтырап ҡатҡан йоҡа тире генә, ауыҙы ла салыш, ныҡ һылтыҡлап атлағанға бер яҡ яурыны ныҡ юғары күренә, икенсеһе түбән һалынған. Бер һүҙ менән әйткәндә зәғифтең өркөткөсө ине ул, йөҙөнә бәреп әйтмәһәләр ҙә һыртынан “Бапаҡ” тип йөрөттөләр үҙен. Башҡа ауыр шөғөлгә ярамағанлыҡтан ферма һарайҙарын, колхоз келәттәрен һаҡланы ғүмер баҡый. Ә унда үҙенә күрә мәшәҡәте лә табылып тора; һауын һыйырҙары быҙаулаһа, быҙауҙарҙы айырым йылы урынға яба, ҡыш көндәре бурандан һуң һарай ҡапҡаларын көрәп аса, асыҡ трактор паркындағы техниканың теүәллеге лә уның ҡарамағында.
Шул төнгө ҡарауыл Әхтәри ағай мөкиббән китеп скрипка моңон яратты. Күршелә генә йәшәгәнлектән беҙгә хәл белергә инһә, хәбәрҙе доға ятлағандай бер үк һүҙҙән башлай:
- Граммпластинкалар һатҡан “Мелодия”нан почта аша скрипка моңо яҙылғандарҙы алдырттым әле. Яйы сығыу менән рәхәтләнеп тыңлайым хәҙер. - Икенселәй ингәнендә һүҙҙе яйына тап килтереп тағы ла шул музыка ҡоралына килтереп ялғай. - Бөгөн төш
мәлендә раҙианан скрипкала “Таштуғай”ҙы башҡарҙылар. Бына исмаһам моң! Ул ер аҫтынан һығылып сыға ла юғарыға сойорғоп күктәге йондоҙҙарға барып тоташа төҫлө. Билләһи шулай! Ә теге яҙҙырып алған пластинкаларға килгәндә эштән байрамға
ашыҡҡандай талпынып ҡайтам да патефонды тоҡандырып ебәрһәм арыуҙарым ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға, төнө буйы ҡарауылда булыуға ҡарамаҫтан йоҡоларым оса. Хәлемде бисәм дә аңламай, малай ҙа мине һантыйға хисаплай! Ҡайһылай итәйем, төпкөлдә тыуылған шул. Телевизорҙан бер скрипка эшләүсе оҫта Антонио Страдивари хаҡында сериал күрһәттеләр. Теге төҫкә-башҡа хас та имен саҡтағы миңә оҡшаған, холҡо ла, хыял-ынтылыштары ла. Шулай ти ҙә ыңғайы бер ҡыҙыҡһынып та ҡуя:
- Страдивари тигән скрипка оҫтаһы Италияла тыуған йәнәһе лә. Миңә артыҡлап уҡыу эләкмәне бит, у ил ҡайһы тирәләрәк?
- Донъя картаһын күҙ алдына килтерәһегеҙме?
- А как же, глобусты ҡулға алып әйләндергеләп ҡараған бар.
- Шул һин әйләндергеләгән глобустың урта тирәһендә шул уҡ атаманы йөрөткән диңгеҙ бар.
- Булды ла икән ти?
- Шул Урта диңгеҙҙең ҡап уртаһында итеккә оҡшаған ил ята.
- Итекте әйтәм, кирзамы? – Бер ҡатлыраҡ һорауын биреп ҡыҙыҡһына Әхтәри.
- Кирзалыр, шығырлап торған хромдар беҙҙә генә ул! – Ирекһеҙҙән йылмайып ҡуям.
- Ә теге Страдивари итектең ҡайһы тирәһендәрәк йәшәгән?
- Ҡуңыстың өҫкө яғында.
- Шулай тигән. – Әхтәри уйлана биреп тора ла өҫтәп ҡуя. – Иғтибар ит әле, беҙҙең исемдәр ҙә ҡайһылыр кимәлдә оҡшаштар бит, Страдивари, Әхтәри.
- Скрипка яратҡанға оҡшашһығыҙҙыр, - тигән булам.
- Исемдәребеҙ ауаздаш буһалар ҙа теге минең һымаҡ бапаҡ бумаған шыпа ла. Ә хәҙер уйлайым-уйлайым да шундай фекергә киләм, һабан аҫтына ҡолап төшкәндә бар хыялдарым баштан-аяҡ килеп түңкәрелгәндәр икән, баҡтиһәң. Бураҙна аҫтына күмелеп ятып ҡалғанда үлеп китһәм, арыуыраҡ та булыр ине, бәлки. - Шулай ти ҙә йәмһеҙләгән йөйҙө алып ырғытырға теләгәндәй битен һыпырып ҡуя. - Ни хәл итәһең, үлмәйем дә ҡалмайым, тип йәшәп ятыла бит әле. Әгәр мин шул кирза итек Италияла тыуған буһам теге оҫта һымаҡ скрипка эшләп йәшәр инем. Эҙләгән таба тиҙәр бит, нисек кенә буһа ла табыр инем мин уны, Страдивариҙы... - Өндәшмәй ултыра биргәс өҫтәй. – Йәшәр инем уның менән тамағымды ғына түгел, күңелемде туйҙырып, йәнемде риза итеп...
Бер көн яҡындағы ҡалаға ҡунаҡҡа барып әйләнгәс утҡа баҫҡан бесәйҙәй йәнә беҙгә килеп инде:
- “Мелодия” исемле магазин унда ла бар икән. Барып инһәм - түрҙең үренә һатырға тип скрипка элгәндәр. Матурҙың матуры, күркәмдең күркәме ялтыр лакҡа ҡатырылған скрипка! Һатыусы йомарт икән, ҡулға алып ҡарарға ла рөхсәт итте хатта. Их, шуны һатып алырға ине лә, әммә өркөтөп калхуз ҡарауылсыһының кеҫәһендә ятмаҫ хаҡты әйтте теге. Әллә күпме ваҡыт ыуаланып торҙом шунда, скрипканан күҙҙәремде ала алмай. Һатыусы ла һиҙҙе хәлемде, әгәр алырға уйың бар икән, скрипка һатылды, тигән яҙыуҙы элеп ҡуйырмын, бер аҙна тирәһе көтөргә була, тип тә вәғәҙәләне.
- Скрипканың хаҡын күпме тине, әгәр сер булмаһа?
- Музыка ҡоралдары арзан бумайҙар, ә бының башланғыс хаҡын кеҫәне ҡырып-юнһаң да теүәлләргә мөмкин икән, ә ҡалғанын кредит итеп түләп бөтөрөп тә була, мал-тыуарһыҙ ҙа утырмайбыҙ, йән биргәнгә йүн биргән, ике ҡулыма эшем дә бар.
Оҙаҡ та тормай Әхтәри еленләгән танаһын һатып ҡаланан скрипка алып ҡайтҡан, тигән шаҡ ҡатырғыс хәбәр йәшен тиҙлегендә ауыл буйлап таралды. Яңылыҡтың ысын икәнлеген күрергә теләп күршегә боролдом. Барып ингәндә дейеүҙәй кәүҙәле еңгә тырт та мырт баҫып йөрөп ята, үҫмер малайы ҡаштарын асыулы тексәйтеп телевизор экранына ҡаҙалған, ә Әхтәри ағай алып ҡайтҡан байлығын өҫтәл өҫтөнә һалған да уға яратып, һоҡланып баҡҡан. Мине күреү менән шатлыҡлы лауылдап та ебәрҙе:
- Ҡустым, мына теге скрипка. Алдым кредитҡа, аҡсаһын да таптым!
- Йөрөй инде ағайың, елгә еленләп, боҙға быҙаулап! – Еңгә ыңғайы бер асыулы хәбәрен ҡыҫтырҙы.
Урындыҡ ситенә һаҡтым:
- Йәне теләгән йылан ите ашаған, тиҙәр бит, хәйерле булһын, тик бер һорауым бар, ағай, уны нимә эшләтмәксеһең?
- Музыка өйрәнер йәштә түгелмен, уныһын да аңлайым, мәгәр бер тормошҡа ашырыр хыялым бар - яңғырашы, эшләнеше теге телевизорҙан күрһәткән сериалдағы оҫтанан кәм булмаған скрипка яһайым мин, билләһи, яһайым! Мына йыуанлыҡтары төрлө ҡылдар ҙа апҡайттым әле табып, иртәгә үк эшкә тотонам!
- Ә был һатып алғаны менән нимә эшләйһең?
- Күсереп уның өлгөһөн эшләйем башта, шунан йорттоң ҡото итеп уны түргә элеп ҡуям!
Әхтәри ағай осраған һайын яңылығы менән уртаҡлаша торҙо:
- Кипкән имәндән тотҡа юнып ятам әле! - Кәрәкле фанера таптым, хәҙер уны лобзик бысҡыһы менән бысып тишектәр яһаһам эше лә күп ҡалмай инде. - Һуңғы күргәндә тантаналы иғлан итте. - Кил күрергә, тамамланым!
Скрипка ысынлап та матур ине, теге магазинда һатылғандан һис айырырлыҡ түгел, хатта ҡайһылыр кимәлдә матурыраҡ та, ҡупшыраҡ та шикелле.
- Әйтерем шул – шәп, ағай! Тик был хеҙмәт емешең ни хаҡ тора!
- Што һин, ҡонанға ҡушып тана вәғәҙәләһәләр ҙә һатасағым юҡ. Быныһын да түрҙәге скрипкаға йәнәшәләтеп ҡуям. Пар әйбер ҡуш шатлыҡ килтерә, бик беләһең килһә!
Әйҙә, торһон шунда өнһөҙ генә илаһи моң таратып.
Әхтәри ағайҙың теге малайы тинтәк булып үҫте, армиянан ҡайтҡас йә эшкә төшмәй, йә уҡымай өйҙә бикләнеп ятты. Эсеүгә лә әүәҫ ине, йорттағы әйберҙәрҙе сығарып һатыуҙан да тартынманы. Бер көн ул түргә эленгән музыка ҡоралдарын ике шешә араҡыға һатырға килешкән. Әхтәри ағай тартҡылаша башлағас енләнеп скрипкаларҙы иҙән уртаһына сәсрәтә һуғып, аяҡтары менән иҙеп сығып киткән. Был ҡайғыны күтәрә алмаған ағай тиҙҙән вафат та булып ҡуйҙы. Ә теге тинтәк ир эсеп алып илаулап та йөрөгән аҙаҡ: “Эх, теге скрипкаларға ҡушып атайҙы кире ҡайтарырға ине!”
Илаһы хыялдарын тормошҡа ашырырға ынтылыусылар бик һирәк тыуалыр, скрипка моңон ишетһәм нишләптер гел генә күҙ алдыма Страдивари түгел, Әхтәри ағай һыны килеп баҫа. Бына ошондайыраҡ тарих.
Асыҡ ишектән Агинский полонезы ағылды. Ир ҡулында һүнгән тәмәке төпсөгөн ҡый һауытына ырғытты:
- Страдивариҙан бигерәк Әхтәри ағай саҡыра, әйҙә инәйек!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

 

Автор:
Читайте нас