Вазифаның балаларынан ошолай ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылған саҡтағы кисерештәре ваҡыт туҙаны аҫтында төҫһөҙләнә төшкән. Унан һуң сабыйҙары менән уны эш сәғәте генә айырҙы – балалары мәктәп йәшендә саҡта оҙайлы командировкаларға ла йөрөмәне. Ә инде ниндәйҙер мәшәҡәт сығып Өфөгә юлланырға тура килһә, аралары ике йәш тә булмаған малайҙарын үҙе менән алды – ҡайтыуына ни хәлдәләр икән тип ҡалтырап йөрөгәнсе, ауыр булһа ла янындалар, тип уйланы. «Өҫтөнә йылы кофтаһын бирергә оноттом ахыры...» – Сәғиләнең тауышы уйҙарға бирелгән Вазифаны һиҫкәндергәндәй итте:
– Кофта тиһеңме?
– Кискә ҡалһаҡ, өшөмәһә ярар ине. – Сәғилә Вазифаға уҡталыбыраҡ ҡараны, – Һуң яттыңмы әллә, апай? Йоҡомһораған кеүекһең...
– Юҡ та... Иң мөһиме – кешеләр урынында булһын. Йөҙ саҡрым алыҫ ара түгел дә, гел йөрөп булмай.
Ысынында Вазифа керпек тә ҡаҡмай таң аттырғайны. Йоҡо алмағандар өсөн төндән оҙон нәмә юҡ. Юл нимә? Китеп бараһың – күренештәр күҙ алдында алышына. Юлға бәндә маҡсатһыҙ сыҡмай – шул рәүешле маҡсатың да яҡыная. Ә төн? Төн өнһөҙ. Убыр күҙеләй ҡараңғы. Күтер кеүек – төпһөҙ. Тәҙрәлә тәүге таң һыҙаты – күгелйем яҡтылыҡ. Ул өмөт. Һәр яңы таң шул өмөткә йән өрә. Тормош яңы көн тыуыу менән башлана. Яңы көн – яңы мәшәҡәт, ығы-зығы, шау-шыу...
– Ағай йоҡлап ҡалдымы?
– Ә?!
– Ағайҙы әйтәм...
Вазифа инде үҙе йәш ҡатынға – водителгә – уҡталыбыраҡ ҡараны:
– Ул ни... Эйе, йоҡлай...ҙыр... йоҡлай. – «Бер-беребеҙгә яҡын ултырғас, минең уйҙар һирпелә ахыры Сәғиләгә, тип уйланы Вазифа. – Мин бит үҙем дә шулай – тиҙ генә кешенең эске донъяһына сума башлайым...»
Ә ысынында Сәғилә һораған «ағай» – Вазифаның инде утыҙ йылдан ашыу бергә тормош көткән ире, балаларының атаһы – ҡайтмағайны. Һуңғы ваҡыт уның ҡайтмай ҡалыуҙары йышайһа ла, Вазифа, төбәшеп иренең йәненә тейеүҙән ҡурҡып, өндәшмәй. Ижад кешеһе ул. Илһам ҡошо ундайҙарға ҡасан, тәүлектең ҡайһы өлөшөндә ҡуныры билдәһеҙ – төн менән көндө бәндә бутамаһа ла, Илһам ҡошо өсөн тәүлектең кисе-иртәһе юҡ. Бала ла шулай тыуа бит: һин йөклөһөң, ҡасан да булһа шул йөгөңдән арынырыңды беләһең, ә бына шул миҙгелдең ниндәй көндә, сәғәттә алдыңа килеп баҫыры билдәһеҙ. Ижад кешеләре шуға ла башҡалар күҙенә сәйер күренә торғандыр, ә бит уларҙың бынан башҡа ла әҙәми зат булмышына тура килмәгән сифаттары күп. Ғүмерен тотошлайы менән ижадҡа бағышлағандарҙың яҙмышын уртаҡлашҡан ҡатындар, ғаилә, балалар тәрбиәләү кеүек мәшәҡәттәрҙе тулыһынса өҫтөнә йөкләүҙән тыш, ижади ирҙең ана шул бөтә сәйер холоҡ-фиғелдәрен дә артмаҡлап ала. Шул йөк менән үтә ул тормош юлын. Вазифаның йоҡоһоҙ үткән төндән таңға күсеп икенсе район үҙәгенә күрше ҡатын машинаһында (ә уның оҙон юлға рулдә тәүге сығыуы!) елдереүенә лә шул ғаилә мәшәҡәте сәбәп. Икенсе улы ла өйләнде бит. Тиҙҙән туй. Туй балалар өсөн – туй, ә ата-әсәгә – уй. Ғаилә тәртәһенә кем төпкә егелгән – шул тарта. Мисәүгә, былай, тай-тулаҡты егәләр, ә ижади ир ул бер ҡасан да тәртәгә инмәй, инһә, мәңгелек ҡиммәттәр ижад итеүҙән туҡтай, йәғни, үҙе әйтмешләй, Хоҙайҙан килгән миссияһын үтәй алмай... Уйлаһаң – уйҙың осо-ҡырыйы юҡ. Йоҡоһоҙ төндәр ҙә кәметә алмай икән уйҙы. Бынау дала юлы кеүек: күҙ ҡарашын терәрҙәй үҫемлек, зиһенде арбар бер күренеш юҡ бит...
– Апай, ҡурҡмайһыңмы?
– Нишләп?
– Миңә ултырып киттең дә барҙыңсы...
– Ә һин «право»ға уҡығаныңда машина алырмын, беренсе тапҡыр рулгә ултырып оло юлға сығырмын, тип уйланыңмы?
– Машина алырмын, тип уйланым. Ә бына юл, тиҙлек – улары...
– Шулай инде: ҡасан да булһа бәндә нимәнелер беренсе тапҡыр эшләй.
– Мин, ярай, назвался груздем – полезай в кузов, тигәндәй. Ә бына, апай, һин беренсе тапҡыр рулгә ултырған кешенең тәүге пассажиры сифатында юлға сыҡтың...
– Кто не рискует...
– Тот коньяк не пьет, – тип көлдө Сәғилә, – ниңә, уныһы шулай инде.
– Шулай, тик һин был осраҡта күберәк рискуешь: машина – ҡыйбатлы монаят, һин уға нисә йылдар буйы аҡса йыйғанһың, икенсенән, ҡыҙың әле уҡырға ла төшмәгән – әсәлек бурысың үтәлмәгән.
– Атаһы бурысы ла миндә бит әле: үлгәндән һуң пенсияһынан башҡа ярҙам юҡ инде…
– Шула-а-ай. – Төнгө уйҙар кеүек сикһеҙ дала юлынан елдерә машина. Бер аҙ әңгәмәләшеп алғас, ҡатындар йәнә һәр ҡайһыһы үҙ уйына сума. Күпмелер ваҡыт үткәс, һәр береһе уй йомғағының
«резюме»һын ҡысҡырып әйтеп ҡуя.
– Аталы бала – арҡалы бала, ти торғайны әсәйем. Нәфисәнең атаһы иҫән булһа, беҙ унан күсмәҫ тә инек.
– Бала – бауыр ите. Бәләкәй саҡтарында ауырлыҡтары беләккә төшә, ҙурайһалар – йөрәккә төшә шул инде.
Вазифаның шул ерҙә һүҙҙе икенсегә борғоһо килде:
– Был тиклем ҡыу далала йәшәгәнсе, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтып дөрөҫ эшләгәнһең ул.
– Эй, апай, далаға өйрәнелгән ине ул. Килен булып төшкән ер бит…
– Әллә… «Таштуғай» йыры иҫкә төштө лә…
– Кәкүге булмаһа ла, башҡа матур яҡтары күп ул даланың!
Сәғиләнең һүҙенә ҡеүәт биргәндәй, юлдың ике яғында ла елгә тулҡынып-тетрәп ятҡан иген баҫыуҙары башланды. Ҡәҙимге кешенең һушын алырлыҡ был гүзәл күренеште рәссам күрһә! Ошо саҡлы төҫтәргә, матурлыҡҡа, тиңдәше булмаған сихрилыҡҡа, осо-ҡырыйы күренмәгән сикһеҙ-леккә тоташҡан иген баҫыуын нисек һынландырмаҡ кәрәк?!
Әгәр ҙә ки инде рәссам үҙе далала тыуып үҫкән кеше булһа, әгәр уның талант миҡдары ла ошо гүзәллеккә торошло икән, ул сағында, бәлки… Бынау ҡояшты, башаҡтарҙы өлгөртөр эҫелекте төҫтәр ярҙамында бирә алһа… Ә ниңә бирмәҫкә? «Иген баҫыуы» картинаһы бар ҙа һуң! Винсент Ван Гог матурлыҡты ана нисек тойған һәм тотоп алған!
Иген баҫыуын ҡылғанлы дала киңлеге алыштырҙы. Ҡылған ахыры икенсегә сәскә атҡан. Был күренеш башаҡтар тулҡынын күреүҙән тетрәнгән күңелде икенсе осош – яңы һоҡланыу менән тултырҙы. Юлда әлдән-әле осраған руда тейәгән «Белаз», «Краз»дар булмаһа, тәбиғи матурлыҡтан – бешкән башаҡ һәм сал ҡылған симфонияһы менән тулышҡан күңелде сайпылтмай ғына илтергә булыр ине. Ләкин… руда тейәргә ҡалаға ашҡынған ҡеүәтле машиналар, Бабич әйтмешләй, бар йәмде, бар моңдарҙы боҙа…
Юл уңышлы булды. Кәрәк кешене урынында осраттым. Йомош йомошланды. Сәғилә лә кәрәкле кешеләрен, элекке күршеләрен күрҙе. Район урамдарын үткәндә бер-ике тапҡыр бордюрға менеп китеүен иҫәпләмәгәндә, өйрәнсек ҡулына эләккән автомобиль артыҡ холҡһоҙланманы – сабырлыҡ күрһәтте. Мыйыҡ аҫтынан көлөмһөрәп ҡалған тәртип һағында тороусылар ҙа, күсере таныш булғас, беҙҙең «тимер ат»ҡа ҡунаҡсыллыҡ ҡанунынан сығып ҡараны буғай – туҡтатып «хәл белешмәне».
Ҡайтыу яғына мал ғына түгел, мал вазифаһын үҙ өҫтөнә алған транспорт та әүҙем бит әле: «һә» тигәнсе юлдың дүрттән өс өлөшө үтелде. Бәлки, сәфәр уңышлы булғанға шулай тойолғандыр, һәр хәлдә икеһенең дә кәйеф бермә-бер күтәренке. Һөйләшә-сөкөрләшә килеп, ал томалап ҡабарған ҡара болотто шәйләмәй ҙә ҡалғандар.
– Атаҡ!..
– Ҡайһылай ҡурҡыныс килә!
– Бәлки...
«Етә алырбыҙ», – тимәксе ине, дауыл менән килгән яуындың тәүге эре тамсылары машинаның алғы тәҙрәһенә бәрелде. Дауыл күҙ асып йомғансы өйөрмәгә әүерелде; дауыл, машинаға туғыҙынсы валдай ябырылып, донъяны һыуға сәсәтте. Бер нәмәне күрерлек тә, белерлек тә түгел. Етмәһә, иртән руда артынан киткән машиналар кире әйләнеп килә, тик уларҙы килеп еткәс кенә төҫмөрләйҙәр. Фарҙарынан төшкән яҡтылыҡты һыу шаршауы томалаған кеүек, улар ҙа күрмәй. Ҡола яланда үҙ стихияһына солғанған дауыл өсөн Сәғиләнең «шестерка»һы шырпы ҡабы кеүек кенә...
– Нишләйбеҙ? – Шыуышҡан тиҙлектә барған Сәғилә Вазифаға ҡараны.
– Мин дә шуны уйлайым. Туҡтап торһаҡ инде?..
– Китеп барһаҡ та, туҡтап торһаҡ та, «Краз»дар беҙҙе күрмәй, ә дауыл өсөн...
–Дауылға барыбер... – тине
Вазифа, ә үҙенең ике күҙе Сәғиләлә: аҡ блузка, ҡара юбка кейгән икән. Иртүк уның кейеменә иғтибар ителмәгән. Был рәүешле, үҙе нәҙек-нәзберек тә булғас, пионерка кеүек кенә күренә. Бына һиңә тәүге сәфәр, руль артында тәүге сирҡаныс! Ҡыҙы һуң? Нәфисәһе? Кемгә ҡала был бала? Атай кеше – баҡыйлыҡта. Органдарҙа эшләгән буғай ул. Туҡһанынсы йылдар алып килгән ғәрәсәттән ҡыйралып, ваҡытһыҙ донъя ҡуйған. Вазифа өсөн был аңғармаҫтан тыуған тәбиғәт стихияһы шул йылдарҙағы мәхшәрҙе, уның кеше яҙмыштарына һалған төҙәлмәҫ яраларын иҫкә төшөрҙө, ә рулдә – Сәғилә.
Өйҙә – һуңғы өмөттәрен төйнәп тапҡан балаһы.
– Нишләйбеҙ?!
– Туҡтат. Туҡтайыҡ. – Вазифа ипләп кенә Сәғиләнең яурынына ҡағылды. – Аллаға тапшырайыҡ. Минуты йылдай тойолған «Ваҡыт»ты берәү ҙә һанаманы, бер кем дә сәғәтенә ҡараманы. Фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһы нескәргәндә ваҡыттың хәжәте юҡ икән... Ҡайҙалыр диңгеҙме, күлме һыуын үҙенең асмандай уртына тултырған дауыл бар ужары менән ҡойондора машинаны.
«Шестерка» һелкенә, күтәрелһә – бөттө: юл бейек күтәрелгән, аҫта – тулҡындар өйөрмәһе. Күрмәүең хәйерле. Өйөрмәне лә, эргәнән генә геүләп үткән йөк машиналарын да...
Бер саҡ «Краз»дарҙан килгән яҡтылыҡ күренде. Тимәк...
– Апай, ҡуҙғалам...
– Әйҙә, йөрәккәйем. Тәүәккәлләйек.
Алғараҡ барған һайын был стихияның алыҫлашҡаны нығыраҡ тойолдо. Ана, аэродром бинаһы күренде. Унан ҡала ситендәге башҡа ҡоролмалар һыны төҫмөрләнде – ғәрәсәт ҡамауынан сыҡтылар ахыры...
Ҡалаға инделәр. Әүәл – шәхси йорттар. Бәй, ҡайһыһы ҡыйыҡһыҙ, ҡайһыһы – тәҙрәһеҙ. Ағастар тамырынан аҡтарылған. Шөкәтһеҙ күренеш. Әле генә дошман самолёты ҡаланы бомбаға тотҡан тиерһең!
– Яма-а-ан!
– Торнадо үткән бит!
Сәғиләнең иртән ҡалдырған ҡыҙын алғас, өйгә йүнәлделәр. Сәғилә машинаһын гаражға ҡуйырға ҡалды. Ә Вазифа, үтә ныҡ көсөргәнеүҙән мамыҡтай йомшарған аяҡ мускулдарын көскә ҡыбырлатып, туғыҙ ҡатлы йорттоң бишенсе ҡаттағы фатирына юлланды. «Был ғәрәсәттә юлда ҡалған әсәләрен малайҙар балконда көтәлер. Ҡала ситендәге ҡыйралыш был тирәлә күренмәһә лә, тәбиғәттең һис ҡасан булмағанса ҡотороуын, моғайын, күҙәткәндәрҙер... Ә – юҡ. Балкон буш. Өлкән улы – әле генә өйләнгәне... Килен бала ла өйҙәлер... Ә Дәүләт? Төндә йоҡларға ҡайтмағас, бәлки, ятып торғандыр, йоҡлап киткәндер...».
Ҡырҡ төрлө уй, ҡырҡ төрлө юрау менән лифттан күтәрелгәс, ишек шаҡыны. Ишекте килен бала асты.
Вазифа кухняға инде. Сәйнүкте утҡа ҡуйҙы. Һаман ҡалтырауы бөтмәгән ҡулдары менән сәй яһаны һәм... киткәнендә өҫтәлдә өс литрлыҡ банкала ултырып ҡалған гөлләмәнең юҡлығын күрҙе. Аһ!.. Ул нисек? Уны өс кенә көн элек ауылында үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараһында ауылдаштары бүләк иткәйне. Ялан сәскәләренә ҡылған ҡушып йыйылған был гөлләмә хатта сәскәгә битараф күңелде лә иретерлек ине! Өс көн ҙур ваҡыт түгел. Сәскәләр, тәүге балҡышы, төҫө, еҫе менән һушты алырлыҡ ине бит! Вазифа хатта: «Был гөлләмәне ташларға ҡулым бармаҫ, киптерер ҙә ҡуйырмын», – тип уйлағайны. Ә ул юҡ. Банкалағы һыу бүҫкә килеш тора. Ҙур гөлләмә вазаға һыймағас, банкаға ҡуйғайны уны Вазифа. Әлбиттә, килен кеше кухняны йыйыштырған, күрәһең, шунда сәскәләрҙе лә ташлаған. Ә ни өсөн, сәскәһен алғас, банканың һыуын түкмәгән?.. Яңы ошо тупһаны аша атлаған йәш киленгә Вазифа был һорауҙы бирергә баҙнат итмәне, йоҡо бүлмәһенә үтте лә, сисенеп тә тормай, карауатына ауҙы. Бөгөнгө күргән-кисергәндәр һаташыу ҡатыш тертләткән, ыңғыраштырған йоҡоға әүерелде.
* * *
Таң атты. Дәүләт иртәгәһенә лә ҡайтманы. Унан һуң да. Банкала бүҫкә килеш торған һыу түгелде – гөлләмәнең юҡ булыу сәбәбе шулай асыҡланманы. Бары тик ҡатын күңелендә: «Ҡәйнә, бынау гөлләмәне ташларға буламы ул?» – тип, исмаһам, ниңә килене һорап ҡына ла ҡуйманы икән, тигән ауыр тойғо ҡалды.
Ул йыл ямғырлы килде, хатта әлмисаҡта уҡ кипкән күлдәр яңынан һыу менән тулды. Тағы бер шундай ҡойма ямғыр (торнадо түгел!) көндө кейеменең ҡоро ебе лә ҡалмай еүешләнгән Вазифа иренең оҫтаханаһына килеп инде. Дәүләттең һағайыулы ҡарашын тойоп:
– Ямғыр бәреп керетте, – тине. Дәүләт сәй эҫетте. Вазифа стакандағы эҫе сәйҙе яртылаш эскәс, ул:
– Һин минең ҡайҙа юғалғанды белергә тейешһеңдер, – тине. – Мин....
Эҫе сәйле стакан ҡулынан төштө ҡатындың: «Һин!..» – башҡа һүҙ тапманы Вазифа. Түгелгән ҡайнар сәй, бәлки, бешергәндер, мәгәр ул уны тойманы. Тышта ҡойған ямғыр ҡурҡытманы: еүешләнгән һыуҙан ҡурҡамы? Туҡтаманы ла.
– Мин!.. – ҡала буйлап ҡойма ямғырҙа уттан ҡасҡандай йүгергән ҡатынды донъялағы бер тауыш та, бер көс тә туҡтатырлыҡ түгел ине. –Мин!... – Күҙҙән сөбөрләп аҡҡан йәштәрҙе, шөкөр, ямғыр йыуа, ул күҙ йәштәренең әселеген тротуармы-юлмы икәнде айырмаҫтан йүгергән ҡатын үҙе генә тоя...
Ваҡытты доктор, тиҙәр. Ул ысынлап та шулай. Уңалмаҫтай яраларҙы ла ваҡыт бөтәштерә. Эҙе ҡалһа ҡала, һыҙланыуҙары баҫыла бирә, тына. Торнадо ҡоршауында ниндәйҙер мөғжизә, әллә Аллаһ Тәғәләнең бойороуы менән тере ҡалған ҡатындар ҙа артабан һәр береһе үҙенсә йәшәүен дауам итте. Сәғилә, ҡыҙын буй еткереп, уҡытып, кейәүгә бирҙе – хәҙер өләсәй. Вазифа ла үлемдән ҡалып ҡайтып инеүен ҡәбер тынлығы менән ҡаршы алған өйөндә түгел – күсеп китте. Тора-бара күңелен һыҙландырып юғалған гөлләмә тарихы ла асыҡланды: дауылдан баҫтырылып өйөнә ҡайтып ингән Дәүләт өҫтәлдәге сихри матурлыҡ менән күҙҙең яуын алған гөлләмәне ала һәм киленгә руссалап:
– Я ушел к другой женщине! – ти. Гөлләмә китә, сәскәләрҙән ҡолаҡ ҡаҡҡан банка ултырып ҡала. Дауыл-торнадоның иң көслө мәлендә балкон аша төшөп ир яңы йәш йәр ҡосағына килеп инә. Уның нисек пәйҙә булғанын йонсоу көн йоҡоһо баҫҡан йәш ҡатын ҡапыл ғына аңлай алмай:
– Һин... ҡайҙан?!
– Торнадо төшөрөп китте мине балконыңа, – ти хуш еҫле гөлләмәһен ҡосаҡлаған ир. – Бына сәскәләр! Уны дауыл үҙе йыйып бирҙе!
Шулай итеп, үлемесле торнадо һәм сәскәләр ғашиҡтарҙың ҡауышыуына романтик төҫ бирә, өр-яңы хистәр донъяһы күгенең етенсе ҡатына күтәрә...
* * *
Йылдар үтте. Вазифа күңелендәге әрнеүҙәр ҙә баҫылды. Ваҡытында эсендәге һағышҡа түҙмәйенсә, көндәлегенә:
«Күк йырҙарын йырлап оҙатам мин
Дауыл менән киткән торнаны», –
тип шиғри юлдар ҙа теркәп ҡуйған булған. Ә хәҙер шулай уйлай: ауылдаштары күңел йылыһын ҡушып, икенсе берәүгә инселәп йыйған, ләкин өс көн һыуҙа ултырып, тәүге балҡышын юйған гөлләмә икенсе берәүҙе йылыта, сихри матурлығы менән тетрәндерә алдымы икән?.. Икенсенән, утыҙ йыл йәшәгән ҡатынынан сәскә урлап, икенсе ҡатынға шуны визит картаһылай күтәреп барып ингән ирҙе юғалтыу ҡулдағы торнаны ысҡындырыуға бәрәбәрме? Ә бына ул көн кухняла сәскәһеҙ банкаға ҡарап яңғыҙы сәй һемергән ҡәйнә эштең нимәлә икәнен белеп тә (ҡайны бит әйтеп киткән!), һис ни өндәшмәгән киленгә ул һорауҙы бирә алманы. Алманы ла, уның ҡайны әйтеп киткән һүҙҙәрен ни өсөн Вазифаға еткермәүен аңламаны ла.
Таңсулпан Ғарипова.