Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
31 Марта , 03:05

Донъя ҡорам

Эшем шундай: вагондарҙы Вагондарға тоташтырам. Күпме ара, машинистҡа Үлсәмдәрҙе әйтеп торам.

Донъя ҡорамДонъя ҡорам
Донъя ҡорам

Эшем шундай: вагондарҙы

Вагондарға тоташтырам.

Күпме ара, машинистҡа

Үлсәмдәрҙе әйтеп торам.

Шағирлыҡтыр: замандарға

Замандарҙы тоташтырам.

Һуғыш тыныр, иман еңер,

Матур ғына хыял ҡорам.

Һин дә, кешем, миңә ҡушыл,

Иманлыға оҡшап тораң.

Зат - ырыуың саф башҡорт бит,

Бейеп тора менгән юрғаң.

Шөкөр, тимен, рухым ҡыйыу,

Аяҡтарҙа ныҡлы торам.

...Иман тигән, хоҙур илдә,

- Иманлы бер донъя ҡорам!

Рамай Ҡаһир.

Автор:
Читайте нас