Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
2 Апрель , 03:05

Һинһеҙ

Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,Йәшлек инде, ана, йыраҡта...Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..

ҺинһеҙҺинһеҙ
Һинһеҙ

Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,
Йәшлек инде, ана, йыраҡта...
Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,
Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..

Бөрөләнгән һинһеҙ умырзая,
Һинһеҙ яуған көмөш ямғырҙар...
Сит-яттарға нисек йырҙар арнап,
Йәшнәгәнмен йәшлек - яҙҙарҙа...

Күпме ғүмер һинһеҙ йәшәгәнмен,
Һинһеҙ үткән юлдар-йылдарым...
Ҡул һуҙымы хәҙер беҙҙең ара –
Яҡынайтыр микән йырҙарым...

Айгөл Айытҡолова.

Автор:
Читайте нас