

Эй, һыҙланыу!
Мине тере иткән,
Һере иткән тойғо һин микән?
Моңһоҙлоҡтан, ғәмһеҙлектән аяр,
Яраларым - тамға, иң микән?
Яраларҙы ярып, тамға һалған
Заманамы мине үҙ күреп?
(Ямандарҙа, беләм, ят инаныс,
“Ярандар”ҙың, беләм, үҙ түре).
Уйып ҡына һуйып тамғаланған
Ғүмерлек бер яра, бер иңәү.
Һыҙланыуҙы баҫыр сара тапмай,
Бер еңеләм үҙем, бер еңәм.
Һыҙланыуҙы баҫыр сара тапмай
Бөркөт булып кемдәр саңҡыған?
...Ирәүәнләр ерҙәр - ирҙәргә, тип,
Дала һаҡлай микән сал ҡылған?..
Йән һыҙлауын баҫыр сара тапмай,
Асырғанып мин дә саң ҡағам...
(...Илем тиеп ирҙәр яу сабамы
Ҡыҙарғанда таңғы шаңдаҡтар?..)
Аҫабалар рухын кемдәр һаҡлар -
Тау өҫтөндә һаман тау ҡалҡа...
(...Өнһөҙлөктөң ҡайтыр ауазы юҡ,
Йәбешкәндәй телдәр аңҡауға...)
...Өнһөҙлөктөң ҡайтыр ауазы юҡ,
Йән һыҙлауын баҫыр сара ла...
...Тере иткән, һере иткән тамға -
Яра өҫтөн ҡаплай яралар...
Айгөл Айытҡолова
https://vk.com/aygulaitkulova